Ғәлимов Жәмил Фәйзулла улы

Ғәлимов Жәмил Фәйзулла улы (рус. Галимов Жамиль Файзуллович; 5 декабрь 1929 йыл22 апрель 2021 йыл) — инженер-технолог-ғалим. 1958—2014 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте (1968) һәм химия сәнәғәте (1968) отличнигы.

Биографияһы

Жәмил Фәйзулла улы Ғәлимов 1929 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Ыҫлаҡ ауылында тыуған[2].

Үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә, хеҙмәт эшмәкәрлеген 14 йәшенән башлай. 1943—1945 йылдарҙа ул саҡтағы Хәйбулла (хәҙер Йылайыр) районының Матрай ауылындағы «Новый мир» колхозының[3] баҫыу эштәрендәбесән әҙерләүҙә, иген уңышын йыйыуҙа, ашлыҡ ташыуҙа ҡатнаша, машина-трактор станцияһында иҫәпсе була, мәктәптә балалар уҡыта. «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[4].

1953 йылда Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм был юғары уҡыу йортон 1958 йылда «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай. Артабан ошо институттың нефть һәм газ технологияһы кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент һәм профессор булып эшләй. «Нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы» һәм «Тәбиғи энергия сығанаҡтары химияһы» дисциплиналары буйынса лекциялар уҡый.

1988 йылда «яғыулыҡтың химик технологияһы» һөнәре буйынса «нефть эшкәртеүҙә алюмосиликофосфат катализаторҙарын синтезлау, етештереү Һәм ҡулланыуҙың фәнни нигеҙҙәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалим 2021 йылдың 22 апреллендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре нефтте крекингылау процестарын интенсивлаштырыуҙы өйрәнеүгә, нефть эшкәртеү процестары газдарын олигомерлаштырыу, крекинг катализаторҙарын синтезлауҙың яңы технологияларын эшләүгә бәйле. Ғалим тарафынан технологик ҡорамалдарҙы парафинлы һәм асфальтлы-ыҫмалалы ултырмаларҙан һаҡлау композициялары уйлап табылған, улар Башҡортостан һәм Татарстандың нефть һәм газ сығарыу предприятиеларында индерелгән, ә крекинг катализаторҙарын синтезлау технологиялары Өфө, Яңы Куйбышев нефть эшкәртеү заводтарында, каталитик риформинг режимы — Пермь нефть эшкәртеү заводында камиллаштырылған[2].

Ғалим — 300-ҙән ашыу баҫма, шул иҫәптән алты монография, 26 уҡыу әсбабы, 63 патент һәм авторлыҡ танытмаһы авторы. Ул ике фән докторы һәм 13 фән кандидаты әҙерләй.

Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре

• Методы анализа катализаторов нефтепереработки. М., 1973 (авторҙ.)
• Силикофосфатные катализаторы олигомеризации нефтезаводских газов: синтез, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙ.)
• Химия природных энергоносителей: (в лекциях и вопросах). Уфа, 2007

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992)
• СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1968)
• СССР-ҙың химия сәнәғәте (1968)
• СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987)
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы[4]
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы