Ҡара дельфин

«Ҡара дельфин» (рус. Чёрный дельфи́н (федеральное казенное учреждение «Исправительная колония № 6 города Соль-Илецка УФСИН по Оренбургской области»[2]), тарихи атамаһы — рус. Илецкій острогъ, крѣпостца Илецкая защита[3]) — Рәсәйҙең ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгәндәр өсөн ете колонияның береһе[4].

Исеме колонияға ингән ерҙә урынлашҡан ҡара дельфин скульптураһы төшөрөлгән фонтанға бәйле[5]. «Ҡара дельфин» — Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур холоҡ төҙәтеү колонияларының береһе (дөйөм һыйҙырышлылығы 1 000-дән ашыу тотҡон[6], башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 740)[7].

6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы махсус режимы менән айырылып тора — бында айырыуса ҡурҡыныс енәйәтселәр: көсләүселәр, ойошҡан енәйәтселек төркөмдәре етәкселәре, кеше ашаусылар, сериялы үлтереүселәр, террорсылар ултыра[8].

Барлыҡҡа килеү тарихы

Хәҙерге «Ҡара дельфин» холоҡ төҙәтеү колонияһының оҙайлы тарихы бар. 1773 йылда Илек һаҡ ҡәлғәһендә урындағы тоҙ шахталарын (Илек тоҙ шахталары) үҙләштереү һәм енәйәтселәрҙе күсереү өсөн аралаш төрмә төҙөлә, Емельян Пугачев етәкселегендәге ихтилал баҫтырылғандан һуң, баш күтәреүселәрҙе бында һөргөнгә ебәрәләр[9].

Һуңынан Илек төрмәһенә тотҡондарҙы, оҙайлы ваҡытҡа ултыртыу өсөн, бөтә Рәсәйҙән ебәрәләр. Срогы тамамланғас, хөкөм ителгәндәр бында бөтөнләйгә ҡала[9], 1849 йылда уларҙы «тау эшселәре» тип атайҙар[3].

1905 йылдан 1917 йылғы революцияға тиклем Илек арестант бүлексәһе күсереү төрмәһенә үҙгәртелә[6]. Болшевиктар власҡа килгәс, 1942 йылдың декабренә тиклем колония Илек концентрацион лагерға үҙгәртелә. 1942 йылдан һуң — тикшереү аҫтындағыларҙы тотоу өсөн 2-се НКВД идаралығының Соль-Илецк төрмәһе[8]. 1965 йылда был холоҡ төҙәтеү учреждениеһында туберкулёздың асыҡ формаһы менән сирләгән тотҡондар ғына була[9].

2000 йылда капиталь ремонттан һәм заманса хәүефһеҙлек системалары урынлаштырылғандан һуң, төрмә яңы статус ала — оҙайлы сроктарға хөкөм ителгән һәм ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған тотҡондарҙы[4] тотоу өсөн махсус режимлы 6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы[7]. 2022 йылға ҡарата "Ҡара дельфин"да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тотҡондар үҙ срогын тултыра[10].

Үҙенең рәсми булмаған исеменә колония тотҡондар төркөмөнә бурыслы, улар дельфин скульптураһын папье-маше техникаһында эшләй һәм шул ваҡытта колонияла табылған берҙән-бер ҡара буяу менән буяй[11].

Тасуирламаһы

«Ҡара дельфин» да хөкөм ителгәндәр урындағы халыҡ һәм туристар өсөн төрлө продукция етештереү цехтарында эшләй (тегеү һәм балта оҫталығы производствоһы). 6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы курорт ҡалаһы Соль-Илецкиҙа урынлашҡан, шуға күрә тотҡондарҙың эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе — сувенир (аяҡ кейеме, шахмат, картиналар, ағас һәм таштан эшләнгән әйберҙәр) эшләү тора[7]. Етештерелгән продукция Соль-Илецкиҙа урынлашҡан сувенир магазинында һатыла[12].

undefined

Айырым статусына ҡарамаҫтан, хөкөм ителгәндәр колония территорияһында никахлаша ала. 2017 йылғы мәғлүмәттәр буйынса "Ҡара дельфин"да 6 никах теркәлә[13][6]. 6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында рус һәм сит ил классиктары, дини әҙәбиәт тупланған ҙур китапхана урынлашҡан. Төрмә администрацияһы мәғлүмәттәре буйынса, тотҡондар күп уҡый[7]. Хөкөм ителеүселәргә дини йолалар башҡарырға һәм дини әҙәбиәт уҡырға рөхсәт ителә (әгәр ул Рәсәй Федерацияһы территорияһында тыйылмаған булһа)[13].

Шарттары

"Ҡара дельфин"да Рәсәйҙең күп кенә айырыуса хәүефле енәйәтселәре ғүмерлеккә төрмәлә ултыра[14]. Шуға күрә ИК-6-ла тотҡондарҙың ҡасыу мөмкинлеген булдырмауға йүнәлтелгән ҡәтғи эске нормалар бар[8].

Енәйәтселәр даими видеокүҙәтеү аҫтында, эттәр менән һаҡсылар һәм эске һаҡсылар дежур итә, айырым камераларҙа яҡтылыҡ һүндерелмәй тиерлек. Һәр айырыуса хәүефле тотҡондо кәм тигәндә өс конвой һәм эт менән кинолог оҙатып йөрөй[15][10].

Әлеге ваҡытҡа колониянан бер тотҡон да ҡаса алмаған[15]. 2016 йылда киң мәғлүмәт саралары ИК-6-нан ҡасыу тураһында иғлан итә; һуңынан асыҡланыуынса, төрмәнән рөхсәтһеҙ сыҡҡан тотҡон Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан колониянан була[5].

Иҫкәрмәләр

  1. Структурные подразделения. Официальный сайт УФСИН России по Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  2. ФКУ Исправительная колония №6 г. Соль-Илецка. УФСИН России по Оренбургской области (1 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  3. 1 2 Семеновъ П. Географическо-статистическій словарь Россійской Имперіи / По поруч. Императорскаго русскаго географическаго общества. — СПб., 1865. — Т. 2. — 320 с.
  4. 1 2 "Лебедь", "сова" и "дельфин": как живут в самых строгих тюрьмах России. РИА Новости (28 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  5. 1 2 ФСИН опровергла информацию о побеге из колонии для пожизненно осужденных "Черный дельфин". ТАСС (25 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  6. 1 2 3 Старцев В. Колония для каннибалов: какие условия в «Черном дельфине», куда отправили казанского стрелка. Волгоград онлайн (9 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  7. 1 2 3 4 Ломакин Д. «Здесь мало кто считает, что поступил правильно»: RT побывал в самой большой колонии для пожизненно осуждённых. RT (24 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  8. 1 2 3 Комиссарова А. Территория монстров «Черный Дельфин» — самая страшная тюрьма России. Тут обитают маньяки, людоеды и террористы. Lenta.ru (12 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  9. 1 2 3 ИК-6 г. Соль-Илецк. Федеральные казенные учреждения Федеральной службы исполнения наказаний России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  10. 1 2 Богданова Е. Маленькое государство «Черный дельфин». В ИК-6 рассказали о новых производствах и «звездных» осужденных. KP.RU (13 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  11. SHOT: Автор соль-илецкого "черного дельфина" маньяк Криштопа вступил в ВСУ (21 ғинуар 2025). 21 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  12. Зотикова В. В оренбургской ИК "Черный дельфин" открыли магазин сувениров. Российская Газета (12 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  13. 1 2 Начальник "Черного дельфина" Сергей Балдин: маньяки не женятся. РИА Новости (22 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  14. Казанского стрелка отправят отбывать пожизненный срок в «Черный дельфин». РБК (9 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  15. 1 2 Трепова М. Колония для бывших смертников: чем известен «Черный дельфин». Известия (9 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.

Әҙәбиәт

  • Меркачёва Ева Михайловна. Град обречённых: честный репортаж о семи колониях для пожизненно осуждённых. — М.: Альпина паблишер, 2021. — 426 с. — 1500 экз.

Тема буйынса өҫтәмә