Ҡаҙнабаев Фазыл Ғәйнулла улы

Ҡаҙнабаев Фазыл Ғәйнулла улы (10 февраль 1922 йыл — 14 ғинуар 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].

Биографияһы

Фазыл Ғәйнулла улы Ҡаҙнабаев 1922 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған[1].

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. йылда 12-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың ноябрендә Әстерхан хәрби-пехота училищеһына (ВПУ) ебәрелә[2]. 1947 йылда тыуған яҡтарына ҡайта[1]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа — башта Кананикольск урман хужалығында (Йылайыр районы), һуңынан Сибай автотранспорт предприятиеһында шофер булып эшләй[1].

1992 йылдың 14 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында вафат була һәм шунда ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре