Ҡолбирҙин Әбделғәни Әбделғәлим улы

Ҡолбирҙин Әбделғәни Әбделғәлим улы (рус. Кульбердин Абдулгани Абдулгалимович) (28 ғинуар 1923 йыл — 15 июнь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыусы[1], 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Әбделғәни Әбделғәлим улы Ҡолбирҙин 1923 йылдың 28 ғинуарында БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. 1939 йылда 7-се класты тамамлай һәм «Яңы юл» колхозында эш башлай. 1942 йылдың 12 июнендә хәрби хеҙмәткә алына, хәрби парашютсылар әҙерләү мәктәбендә уҡый. Дон, Сталинград, Беренсе Украин фронттары составында 200-сө гвардия полкының 156-сы айырым элемтә полкы составында Берлинғаса барып етә[2].

Һуғыштан һуң 1983 йылға тиклем «Яңы юл» колхозында төрлө эштәр башҡара. 1947—1950 йылдарҙа Аҫҡар мәктәбендә уҡыта.

Әбделғәни Әбделғәлим улы 1995 йылдың 15 июнендә вафат була һәм Иҫке Мөсәт ауылы зыяратында ерләнә.

Сығанаҡтар