Ҡорбанғәлиев Закуан Шәмсетдин улы
Ҡорбанғәлиев Закуан Шәмсетдин улы (рус. Курбангалиев Закван Шамсутдинович (18.01.1926-) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, өлкән лейтенант[1].
Тормош юлы
Закуан Шәмсетдин улы Ҡорбанғәлиев 1926 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе) ҡараған Илсекәй ауылында Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улының хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
1929 йылда атаһы Шәмсетдин Ҡорбанғәлиевты, олатаһы Хисаметдин Ғәйнетдиновты, кулак синыфы тип иғлан итеп, сәйәси золом ҡорбанына әйләндерәләр, малын, мөлкәтен тартып алалар[2].
Хәрби хеҙмәте
1943 йылдың 24 ноябрендә Закуан Шәмсетдин улы Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
21 армия составындағы 229-сы уҡсылар дивизияһының (I) 804-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
1945 йылдың 7 декабрендә демобилизациялана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (28.03.1945)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.05.1945)[4]
Ғаиләһе
Олатаһы Хисаметдин мулла Ғәйнетдинов XIX быуат башында күрше Урмансы ауылынан күсерелгән элекке указлы ахун Ҡорбанғәле Тимерәков нәҫеленән була. Уларҙың нәҫелен Илсекәйҙә Тимерәктәр тип йөрөтәләр. Хисаметдин мулла менән Сәхибъямал абыстайҙың алты улы: Шәмсетдин, Ғабиҙулла, Әхмәтвара, Шайкамал, Мөхәмәт, Һаҙый һәм ике ҡыҙы — Ғөррә менән Фәйхүнә — була. Шәмсетдин һәм 1-се ҡатыны Хәкимәнең улдары Мөхәмәтдин менән Хәлит, ә 2-се ҡатынынан — балалары Закуан, Ләбиб, Фәйез һәм Мәрйәм.
Атаһы, 1896 йылғы Шәмсетдин Хисаметдин улы, рядовой уҡсы, 1943 йылдың 13 авгусында Смоленск өлкәһе Киров районы Кушляковка ауылында һәләк була[5].
Хәтер
Ҡорбанғәлиев Закуан Шәмсетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005453
- ЦАМО: Картотека награждений шкаф 48а, ящик 15
Һылтанмалар
- Память народа. Сводная информация. Курбангалиев Закван Шамсутдинович
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Курбангалиев Закуан Шамсутдинович
- Память народа. Картотека награждений. Курбангалиев Закван Шамсутдинович
- Учётно-послужная картотека. Курбангалиев Закван Шамсутдинович
- [РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 697 ISBN 5-295-03394-5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Сводная информация. Курбангалиев Закван Шамсутдинович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Память народа. Списки призыва и демобилизации. Курбангалиев Закуан Шамсутдинович
- ↑ Память народа. Картотека награждений. Курбангалиев Закван Шамсутдинович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 697 ISBN 5-295-03394-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |