Ҡыуандыҡов Шанян Фәхрислам улы
Ҡыуандыҡов Шанян Фәхрислам улы (1913 йыл — 22 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы яугиры, артиллерист[1].
Биографияһы
Шанян (Шаһит) Фәхрислам улы Ҡыуандыҡов 1913 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Иҫәнбәт ауылында йәшәгән[1]. Сығышы менән ошо уҡ райондың Төркмән ауылынан. 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Ҡыуандыҡов фәхрисламдың ғаиләһендә 12 бала тәрбиәләнә. Яугирҙың исеме әлегә асыҡланмаған. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында орудие номеры булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби техниканы расчет хеҙмәтләндерә. Расчет составындағы хәрбиҙәр номер тип атала, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ бурысын үтәй. Ҡыуандыҡов ошондай расчетта орудие номеры булған. 1943 йылдың 22 ноябрендә батырҙарса һәләк була, Белоруссия ССР-ы Полесье өлкәһе (хәҙер Беларусь Республикаһы Гомель өлкәһе) Головки ауылында ерләнә[1]. Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе ҡатыны Гөлсара күрһәтелгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- КУВАНДЫКОВ Шанян Фахрисламович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Кувандыков Шаняп Факрисламович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)