Үҙәк Европа йәйге ваҡыты
Үҙәк Европа йәйге ваҡыты (CEST, рус. Центральноевропе́йское ле́тнее вре́мя, ингл. Central European Summer Time) — 2-се сәғәт бүлкәте атамаларының береһе (UTC+2:00).
Был ваҡыт бөтә донъяла координацияланған ваҡыттан (UTC) ике сәғәткә алда. Ул Европаның күпселек дәүләттәрендә һәм территорияларында йәйге ваҡыт (сәғәт уҡтары ике сәғәткә алға күсерелә) сифатында ҡулланыла.
География
Түбәндәге илдәр һәм территориялар март айының һуңғы йәкшәмбеһендә 1:00 һәм октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә 1:00 араһында Үҙәк Европа йәйге ваҡытын ҡуллана:
Австрия
Албания
Андорра
Бельгия
Босния һәм Герцеговина
Ватикан
Венгрия
Германия
Гибралтар
Дания (метрополия)
Испания (Канар утрауҙарынан тыш)
Италия
Лихтенштейн
Люксембург
Төньяҡ Македония
Мальта
Монако
Нидерланд (метрополия)
Норвегия
Польша
Сан-Марино
Сербия
Словакия
Словения
Франция (метрополия)
Хорватия
Черногория
Чехия
Швейцария
Швеция