Европала ваҡыт
Европа, әгәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙе иҫәпкә алмаһаң (бишеһе картала күренә, бер көнбайыш зона Азор утрауҙарын, ә бер алыҫ көнсығыш зона Ҡаҙағстандың Европа өлөшөн үҙ эсенә ала), ете төп сәғәт бүлкәтен (UTC−01:00 — UTC+05:00) үҙ эсенә ала. Европа илдәренең күбеһе йәйге ваҡыттан файҙалана һәм үҙенә яраҡлаштыра.
Рәсәй һәм Белоруссия "даими йәйге ваҡыт"ты 2011 йылдың мартынан 2014 йылдың октябренә тиклем ҡуллана[1]. Рәсәйҙә 2014 йылдың октябренән «даими ҡышҡы ваҡыт» ғәмәлдә.
2018 йылдың сентябрендә Европа комиссияһы Европа берлегендә йәйге ваҡытты ҡулланыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә[2]. 2019 йылдың мартында Европа парламенты 2021 йылда миҙгелле сәғәт күсереүҙе туҡтатыу тәҡдимен ҡабул итә[3].
| Төҫ | Урындағы уртаса ваҡыт менән сағыштырғанда стандарт ваҡыт |
|---|---|
| 1 ч ± 30 минут артҡа | |
| 0 ч ± 30 минут алға | |
| 1 ч ± 30 минут алға | |
| 2 ч ± 30 минут алға | |
| 3 ч ± 30 минут алға |
Ҡулланыу
Европа берләшмәһенә ингән 27 дәүләт (бөтәһе йәйгеһен йәйге ваҡытҡа күсә):
- Азор утрауҙарында (Португалия) — Азор ваҡыты.
- Ирландия, Португалия (Азор утрауҙарынан тыш) һәм Канар утрауҙары (Испания) Көнбайыш Европа ваҡытын ҡуллана.
- Австрия, Бельгия, Хорватия, Чехия, Дания, Франция (диңгеҙ аръяғы территорияларынан тыш), Германия, Венгрия, Италия, Люксембург, Мальта, Нидерланд, Польша, Словакия, Словения, Испания (Канар утрауҙарынан башҡа) һәм Швеция Үҙәк Европа ваҡытын файҙалана.
- Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Румыния, Болгария, Греция, Кипр Көнсығыш Европа ваҡытын файҙалана.
Европа берләшмәһенә инмәгән илдәрҙә:
- Бөйөк Британия һәм Фарер утрауҙары Көнбайыш Европа ваҡытын йәйге ваҡытҡа күскәндә ҡуллана, ә Исландия — йәйге ваҡытҡа күсмәйенсә.
- Норвегия, Швейцария, Босния һәм Герцеговина, Сербия, Косово, Төньяҡ Македония, Черногория, Албания, Сан-Марино, Ватикан, Андорра, Монако, Лихтенштейн һәм Гибралтар (Британияның диңгеҙ аръяғы территорияһы) йәйге ваҡытҡа күскәндә Үҙәк Европа ваҡытына күсә.
- Молдавия, Днестр буйы Молдова Республикаһы, Украина һәм Төньяҡ Кипр Көнсығыш Европа ваҡытына күсә, ә Калининград өлкәһе — йәйге ваҡытҡа күсмәй (Калининград ваҡыты).
- Белоруссия, Рәсәй (көнбайыш өлөшө, шул иҫәптән Ҡырым), Көньяҡ Осетия, Абхазия һәм Төркиә йәйгеһен Көнсығыш Европа ваҡытына күсә.
- Әрмәнстан, Әзербайжан һәм Грузия UTC+04:00 сәғәтен йәйге ваҡытҡа күсмәйенсә ҡуллана.
- Ҡаҙағстанда UTC+05:00 йәйге ваҡытҡа күсмәйенсә ҡулланыла.
Дания, Франция, Нидерландтың диңгеҙ аръяғы территориялары башлыса Европанан ситтә урынлашҡан һәм бүтән сәғәт бүлкәттәрен файҙалана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Parfitt, Tom. Think of the cows: clocks go forward for the last time in Russia (25 March 2011). 5 ғинуар 2012 тикшерелгән.
- ↑ «State of the Union 2018: Q&A on the Commission’s proposal to put an end to seasonal clock changes», European Commission − Press Release (Strasbourg, 12 September 2018).
- ↑ Buckle, Anne European Union Ready to Scrap DST. timeanddate.com (26 март 2019). Архивировано 12 октябрь 2023 года.