Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы (рус. Абдюшев Рафкат Абдуллович) (1923-6.07.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы. Сержант[1].

Биографияһы

Рәфҡәт Абдулла улы Әбдүшев 1923 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Сәмән ауылында тыуа.

1929 йылда Әбдүшевтәр ғаиләһе Туймазы ҡалаһына күсенә.

Әбдүшев Рәфҡәт 1-се Туймазы урта мәктәбен отличие менән тамамлай.

1941 йылдың көҙөндә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Дим станцияһында формалашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

1942 йылдың 1 майынан Брянск фронты 3-сө Армия 8-се гвардия кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы[1].

1942 йылдың 6 июлендә ул саҡта Курск өлкәһенә ингән Тербун районында (хәҙер РФ-ның Липецк өлкәһе) 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы сержант Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы хәбәрһеҙ юғала[2].

1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен таба һәм 671 яугирҙың исемен асыҡлай. 642-се тип билдәләнгән сержант Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә[3][4].

Хәтер

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Туймазы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улының исеме шулай уҡ Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы мемориал таҡтаташҡа ла уйылып яҙылған[4][6].