Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы
Биографияһы
Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбәкеров 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Татлыбай ауыл биләмәһе) Йәнйегет ауылында тыуған.
1942 йылдың 12 октябрендә[2] Баймаҡ район хәрби комиссариаты Әхмәт Әбүбәкеровты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Әхмәт 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы (номеры ппс 1927 ч 771) булып хеҙмәт итә.
Төрлө мәғлүмәт буйынса, 1944 йылдың февралендә әллә мартында һәләк була (хәбәрһеҙ юғала)[3].
Хәтер
Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Ахмет Махмутович Абубакиров (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Абубакиров Ахмет Махмутович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Дорога памяти. Абубакиров Ахмет 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Баймакский район, т. 2, 2002 ISBN 5-295-03092-Х