Әзербайжан ваҡыты
Әзербайжан ваҡыты (рус. азербайджанское время,AZT) Әзербайжан территорияһында ҡулланыла, UTC+4:00-тең дүртенсе сәғәт бүлкәтенә тап килә.
Тарихы
1997 йылдың 17 мартында Әзербайжан Республикаһы Министрҙар кабинеты «Әзербайжан территорияһында йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсеү тураһында» ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы, йыл һайын марттың һуңғы йәкшәмбеһендә сәғәттәр бер сәғәткә алға, ә октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә — бер сәғәткә артҡа күсерелә. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу Әзербайжандың стандартлаштырыу, метрология һәм патенттар буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелә[1].
2011 йылда парламентта йәйге ваҡытҡа күсеүҙе туҡтатыу буйынса тәҡдимдәр индерелә[2].
Шуға ҡарамаҫтан, 2013 йылда Әзербайжан Милли фәндәр академияһы Президиумы сәғәт алмашыныуынан баш тартырға тәҡдим итә[1].
UTC+5 бишенсе сәғәт бүлкәтенә тап килгән йәйге ваҡытҡа (AZST) күсеү 2015 йылға тиклем һаҡлана[3].
2016 йылдың 17 мартында йәйге ваҡытҡа күсеү Әзербайжан Министрҙар Кабинеты ҡарары менән туҡтатыла[4][5][6].
Күрше илдәрҙең ваҡыты менән айырмаһы
| Ил | Айырма |
|---|---|
| Йыл әйләнәһенә берүк ваҡыт | |
| Йыл әйләнәһенә берүк ваҡыт | |
| −30 минут (йыл әйләнәһенә) | |
| −1 сәғәт (йыл әйләнәһенә) | |
| −1 сәғәт (йыл әйләнәһенә) |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Азербайджан переходит на летнее время. echo.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2016. Архивировано из оригинала 10 апрель 2016 года.
- ↑ Azerbaijani MP proposes to abolish Daylight Saving Time in the country (ингл.). worldtimezone.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2020. Архивировано 19 апрель 2021 года.
- ↑ Азербайджан переходит на летнее время. В ночь с 28 на 29 марта в Азербайджане часы переведут на час вперёд. vzglyad.az (5 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022.
- ↑ Власти Азербайджана отменили переход на летнее время. ria.ru. РИА Новости (17 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2016. Архивировано 29 ғинуар 2020 года.
- ↑ Azerbaijan cancels daylight saving time (ингл.). azernews.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2020. Архивировано 28 октябрь 2020 года.
- ↑ Azerbaijan cancels daylight saving time (ингл.). worldtimezone.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2020. Архивировано 28 февраль 2021 года.