Әкбәров Закир Насир улы
Закир Насир улы Әкбәров (рус. Закир Насырович Акберов; 1947 йылдың 4 марты, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы — 2026 йылдың 28 майы, Күмертау, Башҡортостан Республикаhы) — СССР һәм Рәсәй педагогы, журналист, яҙыусы. 1997—2010 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының «Время»-«Заман» (һуңынан «Кумертауское время») гәзитенең баш мөхәррире. Әҙәби премиялар лауреаты. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
Биографияһы
Әкбәров Закир Насир улы 1947 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында тыуған.
Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, урта белемде Таймаҫ мәктәбендә ала. 1963 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Уны 1968 йылда тамамлай һәм Күмертау (элекке Көйөргәҙе) районы Мораптал урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.
1969—1970 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Артабан Мораптал урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, тарих фәндәрен уҡыта, 1972—1977 йылдарҙа тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
1977 йылда Күмертау районы Яҡшембәт урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә, 1979 йылда Күмертау район Советы башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире вазифаһына тәҡдим ителә. 1982 йылда Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.
1985—1991 йылдарҙа Закир Әкбәров КПСС-тың Күмертау ҡала комитетында яуаплы вазифалар башҡара: пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, идеология буйынса секретарь, икенсе секретарь була.
1991—1994 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы Ю. Гагарин исемендәге 2-се интернат-мәктәбе (һуңынан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты) коллективына етәкселек итә.
1994 йылда республиканың «Кызыл таң» гәзитенә үҙ хәбәрсе итеп эшкә саҡырыла. 1997—2010 йылдарҙа, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы Күмертау ҡалаһының «Время»-«Заман» (һуңынан «Кумертауское время») гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.
Ветеран 2026 йылдың 28 майында Күмертау ҡалаһында вафат була[1].
Ижады
Әҙәби ижад менән Закир Әкбәров гәзиттәрҙә эшләгән йылдарында шөғөлләнә башлай. Публицистик мәҡәләләр менән бергә ул сатирик һәм юмористик хикәйәләр, повестар яҙа, улар «Кызыл таң», «Башҡортостан», «Өмет» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Тулпар», «Һәнәк», «Чаян» журналдары биттәрендә, әҙәби альманахтарҙа донъя күрә. Авторҙың бер-бер артлы китаптары баҫыла. Үҙенең әҫәрҙәрендә яҙыусы йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе асып һала, кешеләр холҡондағы кире сифаттарҙан әсе көлә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты;
- Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты;
- Татарстандың Илдар Юзиев исемендәге әҙәби премияһы лауреаты;
- Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
Китаптары
- Ил йөген ир күтәрер. Күмертау, 2001;
- Тылсымлы су. Күмертау, 2003;
- Аллам сакласын! Өфө, 2004;
- Шайтан ялчысы. Күмертау, 2007;
- Әрем исе. Өфө, 2007;
- Хикмәтле йорт. Күмертау, 2009;
- Почтальон малае. Күмертау, 2013;
- Әкәмәт утрау. Өфө, 2015;
- И в шутку, и в серьез. Кумертау, 20016.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Инсаф Хужабирганов. В Башкирии ушел из жизни писатель Закир Акберов. ИА «Башинформ» (28 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Ф. Фаткуллин. Каләмдәшнең ижади күчтәнәче. — «Кызыл таң», 2003 ел, 16 декабрь;
- Саетгалиев И. Үзебезнең Закир абый. — «Кызыл таң», 2007 ел, 3 март;
- Акбашев К. Елмаю — сәламәтлек билгесе. — «Кызыл таң», 2010 ел, 16 июль;
- Булатова Д. Сатира — етди жанр. Языучы Закир Әкбәров белән әңгәмә — «Тулпар», 2011 ел, № 5;
- Камил Фазлый. «Спонсор сыерыңа» да, үзеңә лә рәхмәт, сатирик! — «Кызыл таң», 2014 ел, 23 август;
- Сөләймәнов Р. Елмайта ла, елата ла. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2015, № 3;
- Тимершин Р. Рухи сәламәтлек сагында. «Әкәмәт утрау» китабына баш сүз.
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Уфа, 2006 г., стр.25.