Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улы

Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улы (1918 йылдың 15 апреле, Әхмәт1979 йылдың 29 апреле, Әхмәт, Башҡорт АССР-ы) — хәрби хеҙмәткәр. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһының айырым разведка ротаһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.[2]

Биографияһы

Фазылйән Фазлый улы Әхмәлетдинов 1918 йылдың 15 апрелендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районына ҡараған Әхмәт ауылында тыуа.

1938 йылдың сентябрендә Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәкә саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша.

1941 йылдың 22 июненән Көнбайыш, Брянск, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә.

1944 йылдың 13 июлендә Алитус ҡалаһы (Литва) янында Неман йылғаһының көнбайыш ярындағы плацдармды яулаған ваҡытта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Әхмәлетдиновҡа дошман биләгән ярға сығырға, дошмандың тере көс һәм ут сараларына разведка үткәреү бурысы ҡуйыла. Разведка ваҡытында Әхмәлетдинов көтмәгәндә 22 кешелек дошман төркөмө менән осраша. Тигеҙ булмаған алышҡа ташланып, ҡыйыу разведчик гранаталар менән ун туғыҙ немецты юҡ итә. Ҡасып барған өс немецтың береһен ҡыуып етеп, әсирлеккә ала. Ҡулға алынған әсир ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм 7230 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].

Һуғыштан һуң Кушнаренко районына ҡайта һәм пенсияға тиклем Чапаев исемендәге колхозда (1945 йылдан), Әхмәт урта мәктәбенең хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары (1955—1977 йылдар) булып эшләй.

1979 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы Әхмәт ауылында вафат була.

Наградалары

  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[4]
  • Ленин ордены (24.03.1945)
  • Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.07.1944[5]; 1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены(06.01.1944)[6]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (31.08.1943)[7]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
  • «Ҡораллы көстәрҙең 50 йыллығы» миҙалы
  • «Ҡораллы Көстәрҙең 60 йыллығы» миҙалы
  • «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы

Хәтер

  • Әхмәт ауылында шишмәгә, урамға һәм урта мәктәпкә Фазылйән Әхмәлетдинов исеме бирелгән
  • Кушнаренко ауылында бюст ҡуйылған һәм урамға Әхмәлетдинов исеме бирелгән

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы
  2. И.Ғ.Кәримова, тәржемәсе. М.Х.Хужин. Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 23/3, л. 1, 343, 344)
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт

  • * Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.

Һылтанмалар