Әхмәтшин Сиражетдин Ғизетдин улы
Әхмәтшин Сиражетдин Ғизетдин улы (3 июль 1908 йыл — 21 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе лейтенанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡылыссылар взводы командиры. Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры (икеһе лә 1943)[1]
Биографияһы
Сиражетдин Ғизетдин улы Әхмәтшин 1908 йылдың 3 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Суйынсы ауылында тыуған.
1937 йылда Өфө урман техникумын тамамлай. Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районының Магинск урман хужалығында эшләй.
1942 йылда Ҡариҙел районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Брянск фронты ҡаршыһындағы кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 58-се гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының ҡылыссылар взводы командиры булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 21 ноябрендә яуҙа һәләк була (икенсе сығанаҡтар буйынса алған йәрәхәттәренән вафат була).
Белоруссия ССР-ы Гомель өлкәһе Бабичи ауылында ерләнә[2]
Батырлығы
Немец илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған һуғыш фронтында хәрби заданиеларҙы өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
Ғаиләһе
- Өйләнгән була.1939 йылда тыуған улы Фәрит ҡала[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память Народа. Ахмедшина Сиразетдин Гизетдинович. Наградной лист
- ↑ Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Ахмедшин Сиразетдин Гизетдинович
- ↑ Приказ войскам Белорусского фронта от 31 октября 1943 г. Ахмедшин Сиразетдин Гизетдинович
- ↑ Ахмедшин Сиразетдин Гизетдинович Военный билет
Һылтанмалар
- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Ахмедшин Сиразезетдин Гизетдинович (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память Народа Ахмедшин Сиразетдин Гизетдинович. Наградной лист (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)