12 ай. Яңы әкиәт (фильм-әкиәт)
12 ай. Яңы әкиәт | |
---|---|
Файл:12 месяцев.Новая сказка.jpg | |
Жанр |
фильм-әкиәт, комедия, мелодрама, ғаилә фильмы |
Режиссёр | Денис Елеонский |
Продюсер |
Игорь Калёнов (ген. директор), Андрей Сигле (продюсерҙаш), Борис Чердабаев (продюсерҙаш), Алия Увальжанова (продюсерҙаш) |
Сценарий авторы |
Денис Елеонский |
Төп ролдәрҙә |
Ольга Налётова, Денис Ясик, Евгений Воскресенский, Юлия Такшина |
Оператор |
Багир Рафиев, Игорь Вотинцев, Игорь Клебанов |
Композитор | Андрей Сигле |
Художник-постановщик | Мария Морозова |
Кинокомпания |
«Никола-фильм киностудияһы» ЯСЙ, «Пролайн-медиа киностудияһы» ЯСЙ ҡатнашлығында, «Инвестмент бизнес консалтинг» ЯСЙ, «Кино фонды» ярҙамында[1] |
Оҙайлығы | 85 минут |
Сборы |
₽ 34 693 260 (Рәсәй + СНГ)[2] |
Ил | |
Тел | урыҫ теле |
Йыл | 19 февраль 2015 |
IMDb | tt5042486 |
12 ай. Яңы әкиәт (рус. 12 ме́сяцев. Но́вая ска́зка) — совет яҙыусыһы Самуил Маршактың «Ун ике ай» (рус. Двенадцать месяцев) әкиәт-пьесаһы мотивтары буйынса төшөрөлгән 2015 йылғы Рәсәй тулы метражлы нәфис фильм-әкиәте. Сценарий авторы һәм режиссёры — Денис Елеонский.
Фильмдың премьераһы Рәсәй кинопрокатында 2015 йылдың 19 февралендә була.
Сюжеты
Лазаревтар ғаиләһе 12 йәшлек ҡыҙы Лиза һәм уның бәләкәй ҡустыһы Костя менән, Яңы йылды иҫке чех замогында байрам итеү өсөн, Моравияға баралар. Замок, унда йәшәүселәр менән танышҡас, Лиза әллә ни шатлыҡ тойғоһо кисермәй, сөнки унда аҙыҡ-түлектән һәм халыҡ ижады күргәҙмәһенән тыш, унда бер ниндәй ҙә күңел асыу саралары булмай. Бынан тыш, Лиза телевизор, интернет һәм башҡа гаджеттар кеүек цивилизация уңайлыҡтарынан айырылыуға ҡәнәғәт түгел.
Икенсе көндө кәйефе ҡырылған Лиза, замоктың тәхет бүлмәһендә ағас шар артынан ҡыуып йөрөгәндә, беҙҙең замандан әкиәт донъяһына — тылсымлы батшалыҡҡа күсерелә. Уның короле хәрби походта йөрөй, батшалыҡ менән принцесса Анна идара итә, ә халҡы тылсымға эйә була. Лиза иһә был батшалыҡта һарайҙа һауыт-һаба йыуа икән.
Лиза Филипп, урындағы урман ҡырҡыусының зирәк һәм аҡыллы улы, менән таныша. Егеттән боронғо риүәйәт ишетә: йөҙ йыл элек йәш крәҫтиән ҡатын Яңы йыл алдынан королдең тәхет залына бер кәрзин умырзая индерә. Уны үгәй әсәһе ҡушыуы буйынса йыйған була. Шул ваҡыттан алып батшалыҡта йыл һайын яңы йыл төнөндә, 31 декабрҙә, принцессаға умырзая бүләк итеү йолаһы барлыҡҡа килә, һәм шунан һуң ғына Яңы йыл башлана. Сәскәләр батша оранжереяһында үҫтерелә.
Әммә был юлы Яңы йыл башланыуға ҡурҡыныс янай: батшаның мәкерле һәм яуыз кәңәшсеһе Якоб һарай асҡыссыһы Мартина менән берлектә мәкерлек эшләргә килешә. Улар оранжереялағы бөтә сәскәләрҙе юҡ итергә, Яңы йылды юҡҡа сығарырға һәм принцессаны төрмәгә ябырға ҡарар итәләр. Бынан һуң Якоб үҙе король, ә Мартина һарай идарасыһы буласаҡ. Яуыз кәңәшсе үҙенең сихыры менән ваҡытты 31 декабрҙә туҡтата.
Хәҙер, Яңы йыл килһен өсөн, Лиза легендар крәҫтиән ҡыҙының батырлығын ҡабатларға — принцесса Аннаға ҡышҡы урмандан умырзая гөлләмәһе килтерергә тейеш. Тик шул саҡта ғына Яңы йыл килә, принцесса ябай донъяға инеү урынын аса, һәм Лиза ата-әсәһе янына ҡайта аласаҡ.
Лиза ҡар баҫҡан урманға юллана, унда уға 12 тылсымлы ай ярҙамға килә.
Ролдәрҙә
- Ольга Налетова — Лиза, 12 йәш
- Илья Бутковский — Филипп, урман ҡырҡыусы Яндың улы
- Антон Юрьев — Лазарев, Лиза һәм Костяның атаһы, Полинаның ире
- Анастасия Мельникова — Полина, Лиза һәм Костяның әсәһе
- Денис Ясик — Павел, һарай идарасыһы
- Евгений Воскресенский — Якоб, батша кәңәшсеһе
- Юлия Такшина — Мартина, һарай асҡыссыһы
- Валерий Толков — урман эйәһе, шүрәле
- Марина Иванова — принцесса Анна, 12 йәш
- Никита Морозов — Костик, Лизаның бәләкәй ҡустыһы
- Наталия Елеонская — һарайҙа хеҙмәтсе ҡыҙ
- Андрей Федорцов — Сентябрь
- Андрей Леонов — Октябрь
- Юрий Гальцев — Ноябрь
- Богдан Ступка — Декабрь
- Денис Елисеев — Ғинуар
- Даниил Меркулов — Февраль
- Дмитрий Гогу — Март
- Сергей Друзьяк — Апрель
- Родион Галюченко — Май
- Иван Кокорин — Июнь
- Один Ланд Байрон — Июль
- Владимир Кристовский — Август
- Игорь Калёнов — яуыз маркиз
Прокат
«12 ай. Яңы әкиәт» фильмының премьераһы 2015 йылдың 19 февралендә була. Ил кинотеатрҙарҙа таҫма 33,6 миллион һум[3] (489 мең доллар) йыя, шуның 25 миллион һумы прокаттың тәүге дүрт көнөндә йыйыла[4], һәм 2015 йылда «Люксор» кинокомпанияһының иң күп аҡса туплаған фильмына әүерелә[5]. Шул уҡ ваҡытта, продюсер һүҙҙәре буйынса, компания күрһәтеүселәр менән килешеүҙәрҙә ҡатмарлыҡтар кисергән[6]. Билдәләнеүенсә, фильмдан төшөрөлгән музыкаль видеояҙмаға ла ихтыяж ҙур булған[6]. Фильмдың рәсми халыҡ-ара таралыу хоҡуғын Канаданың Attratic Distribution компанияһы ала[3].
Фестивалдәрҙә ҡатнашыуы, наградалары, рейтингтары
2015 йыл — «12 ай. Яңы әкиәт» фильмы Төмәндә һәм Тубылда үткән «Ноль Плюс» халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестиваленең Рәсәй программаһында «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы» номинацияһында еңеү яулай (2015 йылдың 30 ноябре — 6 декабре)[7].
2016 йыл — фильм Артекта «Ал елкәндәр» халыҡ-ара балалар кинофестивалендә күрһәтелә.
2016 йыл — фильм 38-се Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә балалар киноһының махсус программаһында ҡатнаша[8].
2016 йыл — Белоруссияның «Столичное телевидение» телеканалы версияһы буйынса, фильм Раштыуа һәм Яңы йыл тураһында һуңғы биш йылда ҙур экранға сыҡҡан тәүге 10 фильм иҫәбенә инә[9].
2017 — фильм Стокгольмда Халыҡ-ара кинофестиваль конкурс программаһында Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатнашыусы була[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Фонд кино» выбрал фильмы для господдержки (28 проектов). Архивная копия от 14 февраль 2022 на Wayback Machine Официальный сайт «Фонда кино» (Москва) // fond-kino.ru (10 сентября 2013 года). Дата обращения: 12 февраля 2022.
- ↑ Художественный фильм «12 месяцев. Новая сказка» (Россия, 2015 год). Кассовые сборы в России и СНГ, информация о фильме. Архивная копия от 14 февраль 2022 на Wayback Machine Информационный интернет-ресурс «Бюллетень кинопрокатчика» // kinometro.ru. Дата обращения: 12 февраля 2022.
- ↑ 1 2 Артур Чачелов. Attraction Distribution займётся международными продажами российской сказки «12 месяцев». — Канадский дистрибьютор подписал сделку с российской «Никола-фильм». Архивная копия от 7 май 2019 на Wayback Machine Информационный интернет-ресурс «Бюллетень кинопрокатчика» // kinometro.ru (18 мая 2016 года)
- ↑ Андрей Белый, Ангелина Манахова. «Губка Боб» и «Пятьдесят оттенков серого» борются за первое место. — Предварительные кассовые сборы за четверг 19 февраля 2015 года и за уикенд в России+СНГ. Архивная копия от 17 август 2017 на Wayback Machine Информационный интернет-ресурс «Бюллетень кинопрокатчика» // kinometro.ru (20 февраля 2015 года)
- ↑ Кинопрокат России и СНГ. Итоги 2015 года (подробно). Архивная копия от 12 февраль 2022 на Wayback Machine ООО «КиноВидеоБизнес» // kinobusiness.com (2 февраля 2016 года)
- ↑ 1 2 Семен Брожитов, Анастасия Дугинова, Мария Позина, Мария Дружинина. «Детям до 16…». — Может ли детское и семейное кино стать клондайком для российской киноиндустрии? Архивная копия от 17 август 2017 на Wayback Machine Информационный интернет-ресурс «Бюллетень кинопрокатчика» // kinometro.ru (28 мая 2015 года)
- ↑ Итоги кинофестиваля «Ноль Плюс». — С 30 ноября по 6 декабря 2015 года в Тюмени и Тобольске состоялся II Международный фестиваль детского и семейного кино «Ноль Плюс». Организаторы отобрали на свой вкус жизнеутверждающие и позитивные фильмы со всего мира для детей, молодёжи, родителей и педагогов. Архивная копия от 14 февраль 2022 на Wayback Machine // re-movie.ru (12 декабря 2015 года). Дата обращения: 12 февраля 2022.
- ↑ Сусанна Альперина. 15 фильмов из России. — Отечественное кино на 38-м Московском международном кинофестивале. Архивная копия от 18 август 2017 на Wayback Machine Интернет-портал «Российской газеты» // rg.ru (29 июня 2016 года)
- ↑ 10 лучших фильмов про Рождество и Новый год, которые вышли за последние 5 лет. Архивная копия от 12 май 2019 на Wayback Machine Официальный сайт телеканала «Столичное телевидение» (СТВ) (Белоруссия) // ctv.by (30 декабря 2016 года)
- ↑ Stockholms Filmfestival Junior. Program 2017. // web.archive.org (архивная копия от 15 ноября 2017 года страницы сайта stockholmfilmfestival.se)
Һылтанмалар
- Евгений Ухов. Рецензия на фильм «12 месяцев. Новая сказка». // film.ru (7 февраля 2015 года)
- Наталья Соколова. Не все сказки одинаково полезны. — В прокат выходит фильм «12 месяцев» − попытка возродить детское российское кино. Интернет-портал «Российской газеты» // rg.ru (12 февраля 2015 года)
- Маша Терещенко, программный директор Большого фестиваля мультфильмов. История о том, как это печально — застрять в другом времени. // Сайт «Кино-театр.ру» (18 февраля 2015 года)