Хызыров Вәхит Ғәлибай улы

Вәхит Ғәлибай улы Хызыров (рус. Вахит Галибаевич Хызыров1965 йылдың 16 ноябре, Таштимер ауылы, Башҡорт АССР-ы) — йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).

Биографияһы

1965 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Таштимер ауылында музыкаль ғаиләлә тыуған. Алты баланың өсәүһе профессиональ йырсы булған.

1988 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Джон Мусин класы), 1993 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институтын (М. Ғ. Мортазина класы), 2006 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлаған.

1988 йылдан Өфө агрегат производство берекмәһенең «Авангард» мәҙәниәт йортоноң вокаль ансамбле менән етәкселек иткән, 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан башлап Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалист булып эшләгән (2003—2004 йылдарҙа — художество етәксеһе), шул уҡ ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында, 1998 йылдан — Өфө сәнғәт институтында уҡыта.

Хызыров Вәхит Ғәлибай улы — Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре (1997), Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт көндәре (2001), Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивалендә (Мәскәү, 1987; Саранск, 1988; Өфө, 1989) ҡатнаша. Гастролдәр менән Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Австрия, Германия, Ҡытай, Нидерланд, Швейцария һ. б.) була. "Концерт теноры"н үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы (Өфө, 1999, 2000, 2002, 2010)[2].

Ижады

Артист репертуарында сит ил (И. С. Бах, А. Дворжак, Д.Каччини һ. б.), рус (А. Е. Варламов, М. И. Глинка, М. П. Мусоргский һ. б.), башҡорт (Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, А. М. Ҡобағошов, Р. М. Хәсәнов һ. б.), татар (С. З. Сәйҙәшев, Р. М. Яхин) композиторҙары әҫәрҙәре; боронғо романстар, халыҡ йырҙары.

Хызыров Вәхит Ғәлибай улы Н. Ә. Дауытовтың әҫәрҙәрен башҡарыусы беренсе йырсы: Р. Т. Бикбаев шиғырына «Башҡортостан бында башлана» вокаль-симфоник циклында (2000), С. Әлибай, Ш. Биҡҡол, Н. Нәжми, Р. Ф. Мифтахов шиғырҙары циклында тенор партияһы[2].

Ғаиләһе

  • Улы — Тимур Хызыров, режиссёр һәм видеограф.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 Г. А. Ишкинина. Хызыров Вахит Галибаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.