HANQYZY
Ләйлә Андреевна Владимирова (сәхнә псевдонимы — HANQYZY; рус. Владимирова Лейла Андреевна; 1997 йылдың 18 авгусы, Өфө) — Рәсәй музыканты, мультиинструменталист, диджей һәм тауыш режиссёры. Башҡорт һәм татар этно-техно жанрының нигеҙ һалыусыларының береһе. Ижадында электрон музыканы (техно, транс, брейкбит, драм-н-бейс) милли башҡорт һәм татар моңдары һәм халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау менән берләштерә (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл-ҡубыҙ).
2024 йылда «KARA BAY» синглын сығарғандан һуң таныла[1].
Тормош юлы
Л. Владимирова ижади ғаиләлә үҫә: атаһы — музыкант, гитара һәм башҡорт думбыраларын эшләй, әсәһе — журналист. Әсәһе яғынан олатаһы — шағир һәм журналист Вил Ҡазыханов, билдәле «Сарманай» йыры уның һүҙҙәренә яҙылған[2]. Биш йәшенән музыка менән шөғөлләнә. Тәүҙә фортепиано, һуңынан һуҡма инструменттар, гитара һәм халыҡ уйын ҡоралдарында уйнай[3].
Бала саҡта һәм үҫмер йылдарҙа туған телен һәм төрки мәҙәниәтен әүҙем өйрәнә: башҡорт гимназияһын тамамлай, ҡумыҙҙа уйнай, «Сәләт» мәғариф лагерында ике тапҡыр ҡатнаша[2].
18 йәшендә Санкт-Петербургта программалауға бәйле һөнәр һайлай, әммә һуңыраҡ Өфөгә ҡайтып музыка менән шөғөлләнергә ҡарар итә. 2023 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «Музыкаль тауыш режиссураһы» йүнәлеше буйынса тамамлай, диплом эшен башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары тураһында яҙа[2].
2021 йылдан «БСТ» телеканалында тауыш режиссёры булып эшләй, шулай уҡ «Вся Уфа» һәм «Россия» телеканалдары менән хеҙмәттәшлек итә. Музыкаль эшмәкәрлеге менән бер рәттән телепроекттар һәм кино өсөн музыка яҙа, «Матч ТВ» телеканалы менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан халыҡтары тураһында роликтар эшләй. БСТ-ла бер сюжет өсөн ҡурай тауышын яҙҙырыу башҡорт моңдары нигеҙендә электрон тректар ижад итеүгә этәргес бирә[2].
Музыкаль карьераһы
Л. Владимированың тәүге музыкаль эшмәкәрлеге Айҙар Ғәлимов һәм башҡа башҡорт һәм татар башҡарыусыларының композицияларына ремикстар әҙерләү менән бәйле. Был ремикстар 2020 йылдан башлап социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыға.
Йырсы әйтеүенсә, «Хан ҡыҙы» псевдонимы башҡорт халыҡ көйөнә лә, уның ғаилә тарихына ла бәйле: әсәһенең ҡыҙ фамилияһы Ҡазыханова, ә ҡарт олатаһының исеме Ханмырҙа.
2024 йылдың 14 мартында HANQYZY («хан ҡыҙы») псевдонимы менән «KARA BAY» дебют синглы сыға, ул шул уҡ исемле башҡорт халыҡ таҡмаҡ моңына нигеҙләнгән[1]. Трекка төшөрөлгән клип бер миллиондан ашыу ҡарау йыя, ә сингл үҙе «Яндекс Музыка» сервисының «Транс: иң яҡшылары» редакция плейлистына эләгә, унда 500 000-дән ашыу тыңлау йыя[2]. Релиздан һуң HANQYZY татар Yummy Music лейблы менән хеҙмәттәшлек башлай[3][4]).
Артист бер нисә фестивалдә сығыш яһай, шул иҫәптән Ural Music Night (Екатеринбург), Plombir электрон музыка фестивале (Ҡазан), Иҙел буйы халыҡтарының хәҙерге этномәҙәниәт «Итиль» фестивале (Ҡазан) һәм «Бик матур фест» милли музыка фестивале (Өфө)[3].
2025 йылдың сентябрендә икенсе сингл — IREK сыға, уның видеоһы 600 000 тирәһе ҡарау йыя[3]. Ике трек та, KARA BAY һәм IREK, КХЛ-да «Салауат Юлаев» хоккей клубының өй уйындарында бер нисә тапҡыр яңғырай. IREK сыҡҡандан һуң HANQYZY Мәскәү электрон музыка лейблдары менән хеҙмәттәшлек башлай (лейблдың атамаһы асыҡ сығанаҡтарҙа юҡ)[3].
2026 йылдың 6 мартында өсөнсө сингл — SHAITAN сыға, ул психик боҙолоуҙарҙы стигматизациялау темаһына арналған[3].
2026 йылда «Мир 2» (Санкт-Петербург) һәм live performance форматына нигеҙләнгән «NETCHNO» (Мәскәү) электрон музыка фестивалдәрендә сығыш яһай.
Йырсы әйтеүенсә, «BASH» альбомы өҫтөндә эшләй. Яңы альбом ҡурай, думбыра, ҡумыҙ һәм ҡыл — ҡумыҙ ҡулланып, этно-техно жанрында һигеҙ башҡорт халыҡ көйөн берләштерер тип көтөлә[2].
Ижад стиле
Үҙенең эштәрендә HANQYZY башҡорт һәм татар халыҡ моңдарын техно, транс, брейкбит (рус.)баш. һәм драм-н-бейс (рус.)баш. жанрҙарында яңыса аңлата, традицион моңдарға заманса бейеү яңғырашы бирә[4]. Яҙмаларҙа ҡурай, ҡумыҙ, думбыра һәм ҡыл-ҡубыҙ кеүек милли уйын ҡоралдарын ҡуллана[5]. Артист һүҙҙәренсә, аранжировка эшләгәндә ул мелодияның тәүге кәйефен — драматик йә, киреһенсә, бейеү ритмындағы характерын — һаҡлап ҡалырға ынтыла[2].
HANQYZY-ның сәхнә костюмы уның эске донъяһын һәм милли мәҙәни үҙенсәлеген сағылдыра. Образының иң сағыу элементтарының береһе — хәситә, башҡорттарҙың традицион күкрәк аша тағыла торған биҙәүесе. Артист уны заманса клуб сығыштары өсөн яраҡлаштырған.
Интервьюларының береһендә Л. Владимирова популярлыҡ артыу менән бәйле кисерештәре — хәүефләнеү һәм «самозванец синдромы» менән осрашыуы хаҡында һөйләй. Уның һүҙҙәренсә, ул тамашасыларҙың һәм сараларҙы ойоштороусыларҙың өмөтөн аҡлай алмауҙан ҡурҡҡан. Был кисерештәрҙе ул психотерапевт ярҙамында еңергә тырыша[3].
Дискография
- KARA BAY (сингл, 14 март 2024)
- IREK (сингл, сентябрь 2025)
- SHAITAN (сингл, 6 март 2026)
Фотогалерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Варвара Круглякова. Новая этно-музыка: 40 исполнителей из СНГ, которых стоит слушать в 2025 году. Инде (8 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Галия Гарифуллина. Автор тюркского техно: «Народную музыку в современной обработке можно ставить в любом клубе». Реальное время (15 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Дарья Касьянова. Курай, бит и душа: Лейла HANQYZY из Уфы рассказала о новом треке. Башинформ (2 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
- ↑ Уфимка выпускает музыку в стиле башкирского транс-техно. Она вдохновляется тюркской культурой. UTV (22 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
Һылтанмалар
- Курай, бит и душа: Лейла HANQYZY из Уфы рассказала о новом треке // Башинформ
- Автор тюркского техно: «Народную музыку в современной обработке можно ставить в любом клубе» // Реальное время
- Уфимка выпускает музыку в стиле башкирского транс-техно. Она вдохновляется тюркской культурой // UTV
- Новая этно-музыка: 40 исполнителей из СНГ, которых стоит слушать в 2025 году // Инде