Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы

Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы (рус. Абдразаков Габдрахим Абдрафикович; 28 ноябрь 1914 йыл — 25 май 2004 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы разведчигы. Рядовой[1][2]. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы

Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы Абдразаҡов 1914 йылдың 28 ноябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала.

Хәрби хеҙмәте

1941 йылдың ноябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Рядовой Ғәбдрәхим Абдразаҡов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы разведчигы булып хеҙмәт итә.

Күп тапҡырҙар яралана, батырлығы орден һәм миҙалдар менән баһалана.

Берлинға тиклем барып етә, һуғышты Германияның Премниц ҡалаһында тамамлай[3].

2004 йылдың 25 майында 90-сы йәшендә вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.