Айсыуаҡов Исмәғил Фазлетдин улы
Айсыуаҡов Исмәғил Фазлетдин улы (15 сентябрь 1905 йыл — 4 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойоштороу-план бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, интендант хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты[1][2].
Биографияһы
Исмәғил Фазлетдин улы Айсыуаҡов 1905 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Соҡаҙытамаҡ ауылында тыуған[1]. 1927—1928 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа саҡырыла. 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында ойоштороу-план бүлеге начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1][2].
1943 йылдың 4 октябрендә һәләк була. Украинаның Чернигов өлкәһе Неданчичи ауылында ерләнгән[1][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Шаймуратовцы. АЧИВАКОВ Исмагил Фазлутдинович
- ↑ 1 2 Ачиваков Исмагил 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Память народа. Исмагил Фазлутдинович Ачиваков
Сығанаҡтар
- АЧИВАКОВ Исмагил Фазлутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Ачиваков Исмагил 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- Память народа. Исмагил Фазлутдинович Ачиваков (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)