Антипин Филипп Лукьянович
Фили́пп Лукья́нович Антипин (1900 йылдың, Ямаш, Бөрө районы — 1944 йылдың 26 марты, Одесса өлкәһе) — Рәсәйҙәге граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сапёр батальонының отделение командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң),
Биографияһы
1900 йылда Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы) Ямаш ауылында тыуған[1], милләте — рус. Башланғыс белемле. 1922 йылдан алып кәсепселек артелдәрендә (рус.)баш. эшләй, 1931 йылдан — Бөрө районының Лежебоково промартеле рәйесе.
1942 йылдың октябрь айында Бөрө район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
3-сө Украина фронтының 57-се армияһы 93-сө уҡсылар дивизияһының 107-се сапёр батальоны 1-се ротаһының отделение (рус.)баш. командиры сержант Ф. Л. Антипин 1944 йылдың 22 мартында Николаев өлкәһе Вознесенск ҡалаһы тирәһендә беренсе булып һөжүм төркөмө яугирҙарын Көньяҡ Буг йылғаһының уң ярына сығара. Расчёт башлығы булараҡ, ул бөтәһе 37 кешене икенсе ярға күсерә. Көслө ағымда һауа тултырылған бәләкәй генә кәмәләрҙә ауыр йөктө икенсе ярға сығарыу ҙур таҫыллыҡ талап итә, ләкин Антипиндың оҫта ҡулдарында кәмә ышаныслы йөҙә. Уның оҫталығы, ҡыйыулығы арҡаһында ҡуйылған бурыс теүәл үтәлә. 1944 йылдың 24 мартынан 25-нә ҡарай төнөндә бөтә һыу аша сығыу ҡулайламаларынан бары тик пуляларҙан (рус.)баш. тишкеләнеп бөткән ике кеше һыймалы бәләкәй генә кәмә тороп ҡала. Уға сержант Антипин ултыра. Кәмә менән бергә һыу төбөнә китеү ҡурҡынысы янауына ҡарамаҫтан, ул берешәрләп булһа ла һалдаттарҙы икенсе ярға сығарыуын дауам итә. Ашығыс рәүештә командалыҡ итеү төркөмөн һәм радистарҙы икенсе ярға сығарырға кәрәк була, Ф. Л. Антипин был бурысты ла уңышлы атҡарып сыға — бер төн эсендә биш кешене һәм рацияны имен-һау икенсе ярға алып сыға. Кире һул ярға ҡайтҡанында ул дүрт 4 ауыр яралы яугирҙы үҙебеҙҙекеләр яғына сығара.
Һуңғы тапҡырында, яралы хеҙмәттәшен тейәп кире әйләнеп килгәндә, кәмә көслө ағымға эләгә һәм тулҡын менән ҡаплана, ә көслө ағым кәмәне тирмән плотинаһына ағыҙып алып китә. Ике яугир ҙа шунда һәләк була. Был 1944 йылдың 25 мартында була[2]. Филипп Антипин Николаев өлкәһе Арбузинский районының Константиновка ҡала тибындағы ҡасабаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[3].
«Советтар Союзы Геройы» исеме Антипин Филипп Лукьяновичкә үҙе үлгәндән һуң 1944 йылдың 3 июнендә бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (03.06.1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (03.06.1944)
- Ленин ордены (03.06.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (13.10.1943)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (03.01.1943).
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Филипп Лукьянович Антипиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль (рус.)баш. районының Бөрө ҡалаһындағы 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Геройҙың исемен Бөрө ҡалаһының, шулай уҡ Бөрө районының Ямаш һәм Суслов ауылдары урамдары, Суслов урта мәктәбе музейы йөрөтә;
- Бөрө ҡалаһындағы Мемориаль комплекс территорияһында Ф. Л. Антипин һәйкәле, Ямаш ауылында ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Антипин Филипп Лукьянович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2025.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2025)
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2025)
- ↑ Антипин Филипп Лукьянович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2025.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Колядин Ф. Южный Буг — своенравная река //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.
Һылтанмалар
- Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Антипин Филипп Лукьянович (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2025)
- Антипин Филипп Лукьянович. «Герои страны» сайты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2025)