Абдразаҡов Асҡар Әмир улы
Асҡар Әмир улы Абдразаҡов (рус. Абдразаков Аскар Амирович; 1969 йылдың 11 июле, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй опера йырсыһы (бас). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2021), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы, Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при лауреаты. «Салауат Юлаев» ордены кавалеры (2019)[1]. 2019 йылдың сентябренән башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе. Мариин тетарының саҡырылған солисы[2].
Биографияһы
Бала сағы һәм белеме
Асҡар Абдразаҡов ижади ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе — рәссам, ә атаһы — актёр һәм режиссер, Башҡортостан Республикаһында киностудияға нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡов. Бер туған ҡустыһы — Илдар Абдразаҡов. Асҡар бала саҡтан сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, атаһының фильмдарында ла төшә. Йырсының музыкаль карьераһы ғаилә дуҫы, йырсы Радик Ғәрәев, йоғонтоһонда башлана. Радик Гәрәев малайҙың музыкаль һәләтенә иғтибар итә һәм уны уҡытыусыһы Миләүшә Мортазинаға йүнәлтә. Абдразаҡов артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтына, һуңынан Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге аспирантураға уҡырға инә, Ирина Архипова ҡулында белем ала.
Бала сағынан атаһы төшөргән фильмдарҙа ҡатнаша[3].
Опера йырсыһы карьераһы
Абдразаҡов 1991 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булараҡ профессиональ дебют яһай, унда 2010 йылға тиклем эшләй. Шул ваҡыттан алып ул алдынғы халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән Мариинский театрында, Метрополитен операһында, Карнеги-холда, Ла-Скалала һәм башҡа бик күп майҙансыҡтарҙа сығыш яһай.
2013 йылда Абдразаҡов Мариин театрынасолист булараҡ саҡырылы, ә 2019 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда Онегин исемендәге милли опера премияһына лайыҡ була. Уның репертуарында Борис Годунов, «Фауста Мефистофель», «Мазепа» кеүек операларҙа төп ролдәр, Евгений Онегиндың Гремин арияларын башҡара[3].
Сәхнәнән ситтәге эшмәкәрлеге
Йырсы карьераһынан тыш, Абдразаҡов театр менән идара итеү, мәғариф эштәрендә лә әүҙем эшләй. 2015—2018 йылдарҙа Федор Шаляпин исемендәге Дача фестиваленең художество етәксеһе вазифаһын башҡара һәм Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге халыҡ-ара вокал конкурсының жюри рәйесе була. 2021 йылда Абдразаҡов режиссерлыҡ дебюты яһай, Башҡорт театрында Жюль Массененың «Дон Кихот» операһын ҡуя.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә[4]. 2011 йылдың октябрендә бюджет аҡсаларын туҙҙырыуҙа ғәйепләп, енәйәт эше асыла[5]. Шул уҡ айҙа министр вазифаһынан китә. 2011 йылда вокалистарҙың М. И. Глинка исемендәге ХХIV Халыҡ-ара фестиваль жюриһы составына инә.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе була[6]. 2019 йылдың сентябренән — башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе вазифаһын башҡара.
2021 йылдың майында йырсыға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[7].
2022—2024 йылдарҙа «Моя Россия: музыкальное путешествие» йәш музыканттар конкурсының жюри ағзаһы була[8][9].
2023 йылда «Академию вокального искусства Аскар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһын» — йәш вокалистарҙы табыу һәм уларға ярҙам итеүҙе күҙаллаған мәғариф-мәғрифәт проекты етәксеһе[10].
Pепертуары
Йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В. Моцарттың "Реквием"ы, Дон Базилио (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж. Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж. Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж. Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П. И. Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.
Дискография
- 1994 — сольный концерт, партия фортепиано Наталья Богелава (Финляндия)
- 1995 — «Сказание о Невидимом граде Китеже» — Николай Андреевич Римский-Корсаков, (гусляр), дирижёр Федосеев Владимир (Брегенц, Австрия)
- 1997 — «Реквием» Джузеппе Верди памяти Марии Каллас (Афина)
- 2000 — «Реквием» Джузеппе Верди, дирижёр Марк Эрмлер
- 2008 — «Набукко» Джузеппе Верди (Захария), дирижёр Леви (Париж, Stade de France)
- 2009 — Симфония № 8 Густав Малер (Pater Ecstaticus), дирижёр Д. Цинман (Цюрих).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Ватан һәм иман өсөн» миҙалы[11];
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2021)[12];
• Башҡортостандың халыҡ артисы (1994);
• Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм Өмөт призы);
• Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993);
• Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994);
• Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при;
• «Салауат Юлаев» ордены (2019)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Аскара Абдразакова наградили орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ» (17 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Аскар Абдразаков. Мариинский театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ 1 2 Аскар Амирович Абдразаков. Биограф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Министром культуры Республики Башкортостан назначен Аскар Абдразаков. Башинформ (16 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Культуру лишили голоса. Коммерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Аскар Абдразаков назначен советником Главы РБ по вопросам культуры и искусства. Министерство культуры Республики Башкортостан (26 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Аскар Абдразаков указом президента РФ удостоен звания «Заслуженный артист России». ИА «Башинформ» (19 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ III Международный онлайн-конкурс юных музыкантов! Музыкальное путешествие. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Фонд Оксаны Федоровой организует IV Международный конкурс «Моя Россия: музыкальное путешествие». Газета Культура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Академия вокального искусства Аскара Абдразакова. abdrazakov-academy.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Аскара Абдразакова наградили медалью Министерства обороны (21 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.05.2021 № 293 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальное опубликование правовых актов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
Һылтанмалар
- С. М. Платонова. Абдразаҡов Асҡар Әмир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Басы Башкирии покорили мир
- Классическая музыка