Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
---|---|
Атаһы | Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы |
Рәсми сайт | ildarabdrazakov.com |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Дойче Граммофон[d] |
Уҡыу йорто | |
Һөнәр төрө | йырсы, опера йырсыһы |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1996 — наст. время |
Йырсы тауышы | бас[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
![]() | |
Тыуған көнө | 26 сентябрь 1976 (48 йәш) |
Бер туғандары | Абдразаҡов Асҡар Әмир улы |
Гражданлығы | |
Тыуған урыны | |
![]() |
Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976 йыл) — опера йырсыһы (бас). 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 2000 йылдан — Санкт-Петербургтың Мариин театры солисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2021), Башҡортостан (2011), Татарстан (2013) һәм Абхазия (2024) республикаларының халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры. «Маска» шоуының өс сезон еңеүсеһе (2022). Севастополь дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе (2024). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы (2024)[1].
Биографияһы
Илдар Әмир улы Абдразаҡов 1976 йылдың 26 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Актёр һәм режиссёр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың (1934—2008) улы.
2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (2000; М. Ғ. Мортазина класы). 1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, 2000 йылдан — Мариин театры (Санкт-Петербург) солисы.
Бәрхәт тембрлы һәм киң диапазонлы, төрлө регистрҙарҙа тигеҙ яңғырашлы, матур, көслө тауышҡа эйә. Башҡарыу үҙенсәлеге сағыу артистизм, хислелек, бөтә тасуирлау сараларының теүәллеге менән айырыла.
2024 йылдың 11 декабрендә Севастополь дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе итеп тәғәйенләнә[2].
Операларҙа төп партиялары
- Сураман («Салауат Юлаев»; дебют, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1995)
- Сурин («Пики дамаһы» — «Пиковая дама», Пётр Чайковский)
- Дон Базилио («Севилья цирюльнигы» — «Севильский цирюльник», Дж. Россини)
- Фигаро («Фигароның туйы» — «Свадьба Фигаро», Вольфганг Моцарт)
- Руслан («Руслан һәм Людмила» — «Руслан и Людмила», М. И. Глинка)
- Оровезо («Норма», В. Беллини)
- Аттила (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемдәге операһы)
- Король Филипп II («Дон Карлос», Джузеппе Верди)[3]
Россиниҙың «Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн» («Гимн Наполеону III и его доблестному народу») гимнын тәүге башҡарыусы («Ла Скала», Милан ҡалаһы, Италия, 2000).
Концерт репертуарында — Пётр Чайковский, Сергей Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәре, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. «Ковент‑Гарден» (Лондон), «Метрополитен‑опера» театрҙарында һәм «Карнеги‑холл» залында (Нью-Йорк ҡалаһы, АҠШ) һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһай.
Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Илдар Абдразаҡов сәнғәт өлкәһендә йәш талантарға ярҙам итеү һәм халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү фонды булдырҙы[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «BraVo» Беренсе халыҡ-ара профессиональ музыкаль премияһының «Ир-аттар араһында иң яҡшы классик вокал» номинацияһы еңеүсеһе[7].
- Рәсәй «Casta Diva» опера премияһының «Йыл йырсыһы» номинацияһы лауреаты (2016)[8][9][10]
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2014)
- «Алтын битлек» («Золотая маска») Милли театр премияһы (2013)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2013)[11]
- Абхазия Республикаһының халыҡ артисы (2024)[12]
- «Верди тауыштары» («Вердиевские голоса») V Халыҡ-ара конкурста Гран-при (Буссето ҡалаһы, Италия, 2000
- Йәш опера йырсыларының Елена Образцова исемендәге конкурсында Гран-при (Санкт‑Петербург, 1999)
- Н. А. Римский‑Корсаков исемендәге халыҡ-ара конкурста Гран-при (Санкт-Петербург, 1998)
- Михаил Глинка исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты (Ярославль, 1997)
- Ирина Архипованың «Мәскәүҙең оло бүләге» («Большой приз Москвы») Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы лауреаты (1997)
- НТВ телеканалындағы «Маска» шоуынын Аждаһа костюмында еңеүсе (2022)
- Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы (2024)
Артист матбуғатта
- Дудин В. Басовый инстинкт. Ведущий бас мира стал лауреатом премии Casta Diva[10].
- Аралбаева Л. Илдар Абдразаҡов — Беренсе каналдағы «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 ноябрь[13]
- Аралбаева Л. Ильдар Абдразаков одним из первых публично поздравил Дональда Трампа с победой. ИА «Башинформ», 2016, 9 ноябрь[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Государственные премии Российской Федерации в области литературы и искусства 2023 года
- ↑ Ильдар Абдразаков стал руководителем Севастопольского театра оперы и балета
- ↑ Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 8 декабрь (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2016)
- ↑ Ильдар Абдразаков открыл фонд поддержки и продвижения молодых талантов в области искусства. ИА «Башинформ», 2017, 13 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2017)
- ↑ Ильдару Абдразакову присвоено звание Заслуженного артиста России. ИА «Башинформ», 16 марта 2021 года
- ↑ Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 28 апрель (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2018)
- ↑ Ильдар Абдразаков стал победителем Первой международной музыкальной премии «BraVo»
- ↑ Ильдар Абдразаков признан лауреатом оперной премии «Casta Diva» ИА «Башинформ», 2016, 25 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2016)
- ↑ Илдар Абдразаҡов — «Casta Diva» опера премияһы лауреаты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 26 декабрь (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2016)
- ↑ 1 2 «Российская газета», интернет-портал, 2017, 10 января (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2017)
- ↑ Башҡортостан Республикаһы мәҙәни доньяһы (рус.)
- ↑ Ильдар Абдразаков удостоен звания народного артиста Республики Абхазия. ИА «Башинформ», 16 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2024)
- ↑ Илдар Абдразаҡов — Беренсе каналдағы «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2016)
- ↑ ИА «Башинформ», 2016, 9 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2016)
Һылтанмалар
- Абдразаҡов Илдар Әмир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Бастар
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Татарстандың халыҡ артистары
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- «Алтын битлек» премияһы лауреаттары
- «Грэмми» премияһы лауреаттары
- 26 сентябрҙә тыуғандар
- 1976 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Рәсәй опера йырсылары
- Башҡорт опера йырсылары
- Башҡорт опера һәм балет театры йырсылары
- Абхазияның халыҡ артистары