Гәрәев Радик Арыҫлан улы
Радик Арыҫлан улы Гәрәев (рус. Гареев Радик Арсланович; 1956 йылдың 23 марты, Яңауыл, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы — 1996 йылдың 29 октябре, Өфө) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы.
Биографияһы
1956 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Яңауыл ҡасабаһында[2] тыуған[3].
Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата-әсәһе, ағай-апайҙары башҡорт, татар һәм рус телдәрендә популяр совет эстрада йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр көйҙө тиҙ отоп ала, телдән-телгә еңел күсә, хатта ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә (Салауат Юлаев һүҙҙәренә Ишмулла Дилмөхәмәтов импровизацияһындағы "Уралым"ды башҡарғанда ул ошо алымды ҡуллана)[4].
Ун биш йәшендә музыка училищеһына, артабан Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә һәм уны 1983 йылда тамамлай. Гәрәевтең матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ-ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Икенсе курста уҡығанда уҡ уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй.
Уның опера репертуарында Онегин («Евгений Онегин», П. И. Чайковский), Жермон («Травиата», Дж. Верди), Фигаро («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини), Аҡсәсән («Урал илселәре», З. Исмәғилев), Моралес («Кармен», Ж. Бизе) партиялары ныҡлы урын ала.
Радик Гәрәевте тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм ярата. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, таушының һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен тота белеү һәләте менән айырылып торған.
1990—1995 йылдарҙа Радик Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале"н, "Рудольф Нириев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале"н үткәрә.
Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә — барыһына ла өлгөрә ул.
1996 йылдың 29 октябрендә 41-се йәшендә генә вафат була.
Дискографияһы
Альбомдары
- Һағындым (1988)
Мини-альбомдары
- Ты постучи скорей в мое окно (Анне Вески менән) (1987)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1979)[3].
- Бөтә Союз (Днепропетровск, 1980) һәм Бөтә Рәсәй (Сочи, 1980) совет йырҙарын башҡарыусылар конкурстары лауреаты.
- «Ҡыҙыл ҡәнәфер» («Красная гвоздика») халыҡ-ара сәйәси йырҙар фестивалендә Гран-При (Сочи, 1983).
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1983).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
Хәтер
- 2016 йылдың 2 ноябрендә Яңауылда, йырсы белем алған мәктәп ихатаһында Радик Гәрәевкә һәйкәл асыла. Уның авторы — билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин артистың микрофон тотоп йырлаған һынын һүрәтләгән[5].
- 2012 йылдан Яңауыл ҡалаһында Радик Гәрәев исемендәге йырсылар асыҡ конкурсы үткәрелә[3].
- Өфөлә йырсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
- Композитор Рәшит Йыһанов, Радик Гәрәевкә бағышлап, оркестр менән орган өсөн концерт дилогияһы ижад итә.
- Шағир Роберт Паль үҙенең «Уралым» шиғырын РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә арнай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Радик Гареев // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ 1990 йылдан Яңауыл ҡалаһы
- ↑ 1 2 3 Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Радик Арыҫлан улы (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- ↑ Радик Гәрәев башҡарыуында «Уралым»
- ↑ Республикала йырсы Радик Гәрәевкә һәйкәл асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016 йыл, 2 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2016)
Әҙәбиәт
- Печаль моя светла… Радик Гареев в воспоминаниях. — Уфа, 1997.
Һылтанмалар
- Гәрәев Радик Арыҫлан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- Певец, директор, человек… К юбилею Радика Гареева. Воспоминания супруги, заслуженной артистки БАССР Нажии Мухаметовны Гареевой. Журнал «Панорама Башкортостана», 23 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2022)