Беләү (ауыл)

Беләү (рус. Блява) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Беләү йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Беләү ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[2] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[3]

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
133

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 28 % тәшкил итә[4].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  3. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  4. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә