Беләүтамаҡ
Беләүтамаҡ (3-сө Йомағужа; рус. Блявтамак) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ҡасаба.
Тарихы
Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Өсөнсө Йомағужа (Беләүтамаҡ) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]
Халыҡ һаны
Бидәле шәхестәре
- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы (1946 т.) — химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты (2011), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1991).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Карта Кувандыкского района Оренбургской области
- Карта бите Д-Ошибка.
- Официальный сайт администрации МО г. Медногорск 2016 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.
- Сводная схема генерального плана МО г. Медногорск 2016 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.