Ҡыҙрас (Медногорск)
Ҡыҙрас (рус. Кидрясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ауыл.
Тарихы
Ҡыҙрас (Бесмəн) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1774 йылда[2] (йәки 1795 йылда[3]) телгә алына.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]
Халыҡ һаны
| 1834 | 1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 162 | 188 | 210 | 352 | 391 | 367 | 488 | 432 |
| 2010[1] |
|---|
| 210 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 84 % тәшкил итә[6].
Билдәле шәхестәре
- Мозафар Мөхәмәтәминев (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
- Карта Кувандыкского района Оренбургской области
- Официальный сайт администрации МО г. Медногорск 2016 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.
- Сводная схема генерального плана МО г. Медногорск 2016 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.