Мозафар Мөхәмәтәминев

Мозафар Мөхәмәтәминев (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Мозафар Мөхәмәтәминев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) Ҡыҙрас ауылында йәшәгән. Төрки телендә уҡый-яҙа белгән[1].

1803 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә. 1808 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтен үтәй.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1828 йылдың 7 февраленән — урядник, 1830 йылдың 27 июненән зауряд-есаул булып хеҙмәт итә[1].

1825 һәм 1836 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтен үтәй.

Бүләктәре

Ғаиләһе

Ҡатындары — Мәлихә һәм Мөғлифә; улдары — Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтсәлим һәм Солтан; ҡыҙҙары — Гөлсөм[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104-105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 1 2 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 79
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82

Әҙәбиәт