Беренсе Йомағужа
Беренсе Йомағужа (1-се Йомағужа; рус. Первое Юмагузино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
Һаҡмар йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Беренсе Йомағужа (Тирәкле) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2]. Тәүге тапҡыр документтарҙа 1795 йылда телгә алына[3].
1816 йылда ауылда 194 башҡорт, ә 1859 йылда 177 башҡорт йәшәгәне теркәлгән. 1920 йылда 40 ихатала 211 кеше йәшәгән[4].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[5] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[6]
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 | 1926 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 111 | 619 | 180 | 162 | 198 | 127 | 269 | 206 | 178 |
| 2010[1] |
|---|
| 36 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 95 % тәшкил итә[7].
Билдәле шәхестәре
- Ҡунаҡов Йәрмөхәмәт Йомағужа улы (1794—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Белая река, 2019. — С. 183-184. — 704 с.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.