Беләүтамаҡ

Беләүтамаҡ (3-сө Йомағужа; рус. Блявтамак) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ҡасаба.

Географик урынлашыуы

Беләү йылғаһының тамағында Ҡороған буйында урынлашҡан.

Тарихы

Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Өсөнсө Йомағужа (Беләүтамаҡ) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]

Халыҡ һаны

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2]
1859 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
337 214 181 248 151 282 326 195
Халҡы иҫәбе
2010[1]
946

Бидәле шәхестәре

  • Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы (1946 т.) — химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты (2011), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1991).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  4. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә