1-се Иманғол
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Иманғол
1-се Иманғол (рус. Первое Имангулово) — Ырымбур өлкәһе Октябрьский районы ауылы. Иманғол ауыл биләмәһенә керә.
Тарих
Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары тарфынан нигеҙләнгән.
Тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Иманғол ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ улусы ҡарамағында була[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһы Ете ырыу кантоны составында, уның үҙәге. 1919 йылдың июненән — Башҡортостан АССР-ы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны, ә 1922 йылдан Йылайыр кантоны составында. 1924 йылда Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1925 йылдан — Ырымбур губернаһы, 1928 йылдан — Урта Волга крайы, 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе составында.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900[2] |
|---|---|---|---|
| 360 | 549 | 1080 | 799 |
| 2010[3] |
|---|
| 374 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса (60 %) башҡорттар йәшәй[4].
Билдәле шәхестәре
- Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы (1813 — яҡынса 1883) — кантон башлығы, подполковник (1856). Хиуа походында (1839—1840) ҡатнашыусы.
- Вәлиулла Мортазин-Иманский (5.01.1885—10.07.1938)— актёр, режиссёр, театр эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935) артисы[5].
- Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (1897—1938) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (05.02.1897—19.08.1918) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы[6].
- Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы (1920—1996) — мәғариф хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 3 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Шафиев Бахтигарей Агзамович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018)
Һылтанмалар
- Имангулово 1-е // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.