Биккенә Иҫәнов

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Биккенә Иҫәнов
Тыуған көнө 1779({{padleft:1779|4|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Мырҙалар улусы, Илтәй ауылы
Вафат  булған көнө билдәһеҙ
Вафат булған урыны билдәһеҙ
Хеҙмәт иткән урыны Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеү йылдары Рәсәй флагы
Хәрби звание урядник
Хәрби алыш/һуғыштар 1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Биккенә Иҫәнов (1779—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биккенә Иҫәнов (Биккенә Иҫән улы Таңғатаров) Ырымбур губернаһы Мырҙалар улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Илтәй ауылында йәшәгән[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем4-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 4-се Башҡорт атлы полкы 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 25 июлендә Түбәнге Новгородҡа бара. 3 ноябрҙә полк Волконскийҙың отряды менән бергә Витгенштейн корпусына керә, 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Рус армияһының сит илгә походтары барышында Лейпциг һәм Дрезден янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1813 йылдың декабрендә Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 4-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә[2].

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.