Биктимер Ураҙаев
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | командир[d] и Старшина |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | Волость, хәрби хеҙмәткәр |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған көнө | 17 май 1774 |
Биктимер Ураҙаев (18-се быуаттың сиреге — 17 май 1774 йыл) — башҡорт старшинаһы. Емельян Пугачёв полковнигы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, отряд командиры[1].
Биографияһы
Биктимер Ураҙаев Иҫәт провинцияһы Барын-Табын улусы старшинаһы. Хәҙер Ураҙбай ауылында (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында) йәшәгән. 1737—1739 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашыусы Барын-Табын улусы старшинаһы Ураҙай Абҙановтың өлкән улы.
Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышына 1773 йылдың декабрендә ҡушыла. Биктимер Ураҙаевтың отрядында 1000-ән ашыу яугир була. Ул И. Н. Грязновтың Иҫәт провинцияһына килгәнсе үк Шөкөр Әбзәнов һәм Ғәбделкәрим Ҡорманаев менән берлектә Урал аръяғы Башҡортостанда әүҙем эш алып бара: юлдарҙы күҙәтеп тора, ерле халыҡты мобилизациялауҙа, фураж, аҙыҡ-түлек йыйыуҙа, хөкүмәт ғәскәре менән бәрелештәрҙә ҡатнаша[2].
1774 йылдың майында Пугачёвтың Төп ғәскәре Татищев ҡәлғәһе һәм Һаҡмар ҡаласығы янында еңелгәс, Биктимер Ураҙаев уға ярҙам итеүҙә ҡатнаша. Белорет заводына отрядын килтерә. Пугачёв указы менән меңдән артыҡ һуғышсынан торған отряд етәксеһе булып, И. И. Михельсон ғәскәренә юлды кәртәләү маҡсаты менән Уралға килә.
1774 йылдың 17 майында Нарели тауы эргәһендә, Яйыҡ һәм Әй йылғаларының үрге ағымы районында, Биктимер Ураҙаев отряды Михельсон корпусы менән ҡаты көрәшкә инә. Баш күтәреүселәр еңелә, Биктимер Ураҙаев һәләк була. Уға полковник дәрәжәһе бирелеү мәғлүмәте һаҡланмаған[2].