Бишуңғар ҡурғандары
Бишуңғар ҡурғандары (рус. Бишунгаровские курганы) — Сармат мәҙәниәтенә ҡараған III—II быуаттарҙағы археологик ҡомартҡы, Көньяҡ Урал алдының боронғо тимер быуат номадтарының ике иң ҙур ҡурған ҡәберлектәренең береһе[1]. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы Бишауыл-Уңғар ауылынан 2 км көньяҡтараҡ, Ҡарлыман йылғаһының һул ярында урынлашҡан[2].
Өйрәнеү тарихы
Ҡомартҡыны 1960 йылда А. П. Шокуров аса, ул диаметры — 15—30, бейеклеге 0,60—1 метр булған 30-ҙан ашыу өйөмдө теркәй. Ҡурғандар 1961 йылда ер һөргәндә тигеҙләнгән. Ҡәберлек көньяҡ-көнбайыш — төньяҡ-көнсығыштан һыу айырғыс ҡалҡыулыҡ һырты буйлап сылбыр рәүешендә һуҙыла.
1966, 1968, 1972 йылдарҙа — А. Х. Пшеничнюк (7 ҡурған (рус.)баш.), 1991 йылда — В. Н. Васильев етәкселегендәге БР Милли музейы экспедицияһы (22-се һәм 23-сө ҡурғандар), 1992 йылда йәнә А. Х. Пшеничнюк (20-се ҡурған) тарафынан тикшерелә. Пшеничнюк мәғлүмәттәре буйынса, бөтәһе 23 ҡурған иҫәпләнә (Шокуров мәғлүмәттәре буйынса — 30), 9 ҡурған ҡаҙылған (1992 йылғы ҡурғанды иҫәпкә алып — 10), 54 ҡәбер асылған (1992 йылғы ҡурғанды иҫәпкә алып — 65).
2021 йылда С. Ю. Николаев ҡәберлекте һәм уның эргәһендәге биләмәне визуаль тикшерә. Ҡәберлек составында яңы ҡурған өйөмдәре асыҡлана, ҡаҙып алынған һәм әле һаҡланған ҡурғандарҙың рәт һанына төҙәтмәләр индерелә[1].
Ҡәберлектең характеристикаһы
Тупраҡ өйөп эшләнгән ҡәберлектәргә ҡарай. Ҡурғандарҙың диаметры — 16—25, бейеклеге 0,4—0,7 метр. 23 ҡурғандан (А. П. Шокуров мәғлүмәттәре буйынса — 30) тора, 9-ы ҡаҙылған (54 ҡәберҙән).
Өйрәнелгән ҡурғандарҙың һәр береһендә 3—12 ҡәбер табылған (2023 йылға аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса — 3-тән 11-гә тиклем). Уртаға 1 йәки 2 ҡәбер ҡуйып, ҡалғандары түңәрәк буйлап урынлаштырылған.
Кәүҙәләр 1,5—2 метр тәрәнлектәге тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, башлыса башы менән көньяҡҡа (25 осраҡта — көньяҡҡа, 11 осраҡта — көньяҡ-көнсығышҡа, 4 осраҡта — көньяҡ-көнбайышҡа), 6 осраҡта — көнсығышҡа, 3 осраҡта көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә 0,2 метр киңлектәге ағас баҫҡыстар, оҙон стена буйлап ҡуйылған таяуҙар, яндырылған балсыҡ ҡатламдары табылған. Биш ҡәберҙән башҡа, барыһы ла тупраҡты өңөп тәрәнәйтелгән, был Прохоровка мәҙәниәте өсөн хас.
Ерләүҙәр, ҡағиҙә булараҡ, яңғыҙ, һирәгерәк — парлы (4 осраҡ, шул иҫәптән өлкән кеше һәм бала, ике үҫмер), ике осраҡта бер соҡорҙа өсәр кеше (береһендә — өлкән кеше һәм ике бала) табыла. Туғыҙ осраҡта балалар ҡәберҙәре ҡабырғалағы уртаса 110×50 см ҙурлыҡтағы соҡорҙарҙа урынлаша. Бөтә ҡаҙып алынған ҡурғандарҙа үҙәк урындарҙа — яңғыҙ ерләүҙәр, ике өйөм аҫтында ошондай икешәр параллель рәт теҙелеп китә[1][2].
Ерләү ҡорамалдары
Ҡәберлектә табылған керамик һауыттар түңәрәк һәм яҫы төплө туҫтаҡ рәүешендә әүәләп яһалған. Араларында йәйпәк һәм кубок рәүешендәге хуш еҫле үләндәр яндыра торған, Урта Азия көршәкселәре ҡыҙыл балсыҡтан эшләгән һауыт-һаба ла бар.
Ҡәберҙәргә ҡабарынҡы ситле түңәрәк бронза көҙгө, бронза һәм тимер өс йәпле уҡ башаҡтары, бронза һәм алтындан дүңгәләк рәүешендәге сикә сулпылары, ишелмә ҡашлы йөҙөк, ике яғы ла үткер тимер ҡылыстар һәм осо ураҡ һымаҡ бөгөлгән хәнйәрҙәр, таш, мәрйен һәм быяла муйынсаҡтар, һөйәк ҡалаҡтар, энә һаҡлағыстар һалынған[2].
Утыҙ ҡәберлектә хайуан һөйәктәре, башлыса ваҡ малдың (һарыҡтың) алғы тояғы, һирәгерәк ҡабырға йәки ҡалаҡ һөйәктәре табылған. 18 осраҡта улар мәрхүмдең аяҡ осона, туғыҙ ҡәберҙә баш һөйәге эргәһенә йәки уның осона һалынған. Ун ҡәберҙә аҡбур киҫәктәре табылған.
Ҡорамалдарҙан: 16 ир-ат ҡәберендә ҡорал — ҡылыстар, уҡ башаҡтары, 11 ҡатын-ҡыҙ ҡәберендә биҙәүестәр — сикә дүңгәләктәре, муйынсаҡтар, көҙгөләр, орсоҡбаштар һәм 9 балалар ҡәберендә йә һауыт, йә муйынсаҡ, йә аҡбур һалынған йәки бер нәмә лә булмай.
«Ҡатнаш» ҡорамалдары булған өс ҡәберлек айырылып тора. 3-сө ҡурғандың 6-сы ҡәберлегендә ир-егеттәр йыйылмаһы араһында (тимер ҡылыс, 37 бронза һәм 10 тимер уҡ башағынан торған һаҙаҡ) — ике алтын сикә дүңгәләге һәм ике мәрйен муйынса, шул уҡ ҡурғандың 9-сы ҡәберлегендә ҡатын-ҡыҙ ҡорамалдары янында бер бронза уҡ башағы табылған[1].
2023—2026 йылдарҙағы тикшеренеүҙәр барышында «Көньяҡ Уралдың боронғо замандан алып Рәсәй составына ингәнгә тиклемге мәҙәни үҫеш һәм үҙләштереү динамикаһы (беҙҙең эраға тиклем IV б. — беҙҙең эраның XVI б.)» Рәсәй фән фонды гранты сиктәрендә Бишунғар ҡурғанында ҡанбаба ҡәбере табылған: йәш ҡыҙ ҡанбабалар (рус.)баш. мәҙәниәте менән бәйле элементтар — ҡалаҡтар, күрәҙәлек итеү өсөн хайуан һөйәктәре менән ерләнгән[3].
Ҡәберлек тирә-яғы һәм яңы мәғлүмәттәр
Ҡәберлек эргәһендәге биләмәне тикшереү боронғо тимер дәүерендә унда артыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барылмауын күрһәтә. Осраҡлы рәүештә күп кенә сармат һалҡын ҡоралының табылыуы, шулай уҡ эргәлә урынлашҡан Һәүәләй-2 торағында боронғо Прохоровка керамикаһы табылыуы боронғо тимер быуат күсмә халыҡтарының Бишуңғар һәм Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары барлыҡҡа килгәнгә тиклем, беҙҙең эраға тиклем IV быуатта уҡ, биләмәне үҙләштереүен раҫлай[1]. Хәҙерге ваҡытта Һәүәләй-2 торағындағы фрагмент беҙҙең эраға тиклем IV быуат күсмә халыҡтары керамикаһының иң төньяҡ табылдығы булып тора.
Шулай итеп, 2021 йылда С. Ю. Николаев тарафынан XX быуаттың икенсе яртыһында Бишуңғар ҡурған ҡәберлегенең А. Х. Пшеничнюк теркәгән составына һәм планиграфияһына төҙәтмәләр индерелгән[1].
Тарихи әһәмиәте
Ҡомартҡы Көньяҡ Уралда һинд-иран ҡәбиләләре төйәкләнеү процесын күрһәтә[2] һәм Көньяҡ Урал буйының үҫешкән Прохоровка (боронғо сармат) мәҙәниәте өлгөһө булып тора. Беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттарға ҡарай. 2023 йылғы тикшеренеүҙәр быны раҫлай[1].
Табылған ҡомартҡылар Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 С .Ю. Николаев. Бишунгаровский курганный могильник в Южном Приуралье и его округа: результаты исследований 1960–90-х гг. и новые данные // Уфимский археологический вестник : журнал. — 2023. — Т. 23, № 1.
- ↑ 1 2 3 4 А. Х. Пшеничнюк. Бишуңғар ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Тысячелетняя летопись Южного Урала. Республика Башкортостан (28 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
Әҙәбиәт
- А. Х. Пшеничнюк. Бишуңғар ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Пшеничнюк А. Х. Культура ранних кочевников Южного Урала. М., 1983. С. 18—33.
- Николаев С. Ю. Бишунгаровский курганный могильник в Южном Приуралье и его округа: результаты исследований 1960–90-х гг. и новые данные // Уфимский археологический вестник : журнал. — 2023. — Т. 23, № 1. — С. 51—62. — DOI:DOI:10.31833/uav/2023.23.1.005.