Боярчук Александр Алексеевич
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
---|---|
Һөнәр төрө | физик, астроном |
Эшмәкәрлек төрө | астрофизика[d] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған урыны | |
Биләгән вазифаһы |
|
1991 — 1994 | |
Предшественник | Кодзаи, Ёсихидэ[d] |
Преемник | Lodewijk Woltjer[d] |
Эш урыны | |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы и СССР Фәндәр академияһы[d] |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 21 июнь 1931[1] |
Гражданлығы | |
Туған тел | инглизсә |
Вафат булған көнө | 10 август 2015[2] (84 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Боярчук Александр Алексеевич (21 июнь 1931 йыл, Грозный — 10 август 2015 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй физигы һәм астрономы. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1987). Рәсәй Фәндәр академияһы астрономия институтының ғилми етәксеһе.
Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — йондоҙҙар физикаһы. 1986 йылдан һуң 2000-дән ашыу ғилми эше баҫыла. Хирш индексы — 21[3].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Алексеевич Боярчук 1953 йылда Ленинград университетын тамамлай. Унан һуң СССР Фәндәр академияһының Ҡырым астрофизик обсерваторияһында эшләй башлай. 1969 йылдан алып обсерватория директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары була. 1976 йылда Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, СССР Фәндәр академияһының академигы — 1987. 1987- 2003 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Астрономия институтында директор була, (1990 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһының Астрономия советы рәйесе, был советтан институт ойошторола). 1991-1993 йылдарҙа Халыҡ-ара Астрономия Союзының президенты.
Боярчук Александр Алексеевич Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнгән.
Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
А. А. Боярчук фәнни эштәренең темаһы булып физика йондоҙҙар физикаһы тора. Уның тарафынан төрлө класлы йондоҙҙарҙың химик составы, атап әйткәндә, β Лирала гелийартыҡлығы асылған. А. А. Боярчук йондоҙҙар атмосфераларындағы хәрәкәттәрҙе, шулай уҡ йондоҙҙар әйләнеүен өйрәнә. Ҡайһы бер эштәрен стационар булмаған йондоҙҙарға бағышлаған.
Ул шулай уҡ ике системалы, һалҡын гигант йондоҙҙан һәм ҡайнар кәрләнән торған симбиотик йондоҙҙарҙың моделдәрен уйлап сығарыусы. Был моделдәр нигеҙендә объекттарҙың масса, күләм, температура һәм башҡа характеристикаларын иҫәпләүҙе уйлап тапҡан.
Э. Р. Мустель менән берлектә яңы йондоҙҙарҙың тышлыҡ моделдәрен тәҡдим итә.
А. А. Боярчук етәкселегендә йыһан ультрафиолет телескобы «Астрон» булдырыла.
Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- РФА-ның кәңәшсеһе
- РФА Физик фәндәр бүлексәһе етәксеһе
- РФА Астрономия институтының ғилми етәксеһе
- РФА-ның йыһан буйынса Советы рәйесе урынбаҫары
- Рәсәй Астрономдар милли комитеты рәйесе
- Американың астрономия йәмғиәте ағзаһы
- Американың физика йәмғиәте ағзаһы
- Бөйөк Британияның Король астрономия йәмғиәте ағзаһы
- Европаның астрономия йәмғиәте ағзаһы
- Халыҡ-ара астрономия союзы ағзаһы
- «Астрономик журнал»дың баш мөхәррире
- РФА Ғилми-нәшриәт советының физика-математика фәндәре буйынса әҙәбиәт секцияһы рәйесе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
- Почёт ордены (Рәсәй) (1996)[4]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены(2000) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индереүе өсөн[5]
- Ф. А. Бредихин премияһы лауреаты. (2001)
- А. А. Белопольский премияһы лауреаты (2011).
- Санкт-Петербург дәүләт университетының почётлы докторы (2001)[6]
1977 йылдың 22 мартында Ҡырым астрофизик обсерваторияһы астрономы Н. С. Черных асҡан бәләкәй планетаға (2563) А. А. Боярчук исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Боярчук Александр Алексеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ http://www.gazeta.ru/science/news/2015/08/11/n_7453589.shtml
- ↑ List of Russian scientists with scitation index > 1000
- ↑ Награждён указом Президента России № 627 от 2 мая 1996 года 2013 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 июля 2000 года № 1299 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 22 июль 2016.
- ↑ Почётные доктора СПбГУ — Санкт-Петербургский государственный университет
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Губарев В.С. Секретные академики. Кто сделал СССР сверхдержавой. — М.: Вече, 2015. — 320 с. — ISBN 978-5-4444-2546-6.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Профиль Александра Алексеевича Боярчука РФА рәсми сайтында
- Академику Боярчуку Александру Алексеевичу — 75 лет! (рус.). РАН (21 июня 2006). Дата обращения 18 января 2010. Архивировано 15 апреля 2012 года.
- Фотопортрет А.А. Боярчука в галерее выдающихся учёных МГУ "Портрет интеллекта", созданной в 2005 г. к 250-летию университета (фото Сергея Новикова).
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 21 июндә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- 10 августа вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Грозныйҙа тыуғандар
- Рәсәй астрономдары
- XX быуат физиктары
- Алфавит буйынса астрономдар
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр