Булатов Зәкир Мәсәлим улы

Булатов Зәкир Мәсәлим улы (рус. Булатов Закир Масалимович) (12 ноябрь 1911 йыл — 5 май 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия өлкән сержанты[1], тоҫҡаусы. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 2 -се эскадроны яугиры[2]. I дәрәжә Ватан һуғышы[1] (1985), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1945) ордендары кавалеры[2][3].

Биографияһы

Закир Масалим Булатов 1911 год 12 ноября Башҡортостандың Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында[2] тыуған. 1942 года 31 декабря Башҡорт АССР-ының Баймак районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән алып 16-сы гвардия Чернигов дивизияһы) хеҙмәт итә, 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында танкыға ҡаршы ҡоралдан (ПТР) тоҫҡаусы була[2]. Һуғыш йылдарында күрһәткән тиңһеҙ батырлыҡтары өсөн хәрби наградаларға лайыҡ була. Хәрби юлын дивизия составында тулыһынса үтә. 1946 йылда демобилизациялана һәм тыуған яҡтарына ҡайта. Сибай ҡалаһында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты руднигында ҡаҙып үтеүсе булып эшләй (1952—1960 йылдар)[2].

1990 йылдың 5 майында Сибай ҡалаһында вафат була һәм шунда ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)

Хәтер

Булатов Зәкир Мәсәлим улының исеме Сибай ҡалаһының «Улар Еңеү менән ҡайтты» китабына индерелгән[4].

Һылтанмалар