Бурансы (Ырымбур өлкәһе)

Бурансы (рус. Буранчи) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Беляевка районындағы ауыл. Крючковка ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Яйыҡтың һул ҡушылдығы — Бүртә йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан[2].

Тарихы

Бурансы — юрматы башҡорттарының ауылы[2].

Юрматы улусы Тәтегәс түбәһе вәкилдәре тарафынан нигеҙләнгән. Риүәйәткә ярашлы, ауылдың атамаһы Алтын Урҙа әмире Иҙеүкәйҙең яраны — нуғай батыры Бурансы исеменән барлыҡҡа килгән. Ырымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе составында була. Беляевкаға йүнәлгән юлдың һул яғындағы мосолман зыяратында ике ҡәбер ташын Иҙеүкәй менән бәйләйҙәр. Бурансы ауылы янындағы Ҡарасай күле Иҙеүкәйҙең тоҡомо — Ҡарасай менән бәйләйҙәр[2].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
411

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 3 История башкирских родов. Юрматы. Том 30. Ч. I / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 211. — 840 с. — ISBN 978-5-295-06968-0.

Һылтанмалар