Ветошников Георгий Александрович

Георгий Александрович Ветошников (1918 йылдың 19 апреле, Өфө, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе1946 йылдың 9 марты, Баҡы) — Хәсән күле янындағы 1938 йылдағы ҡораллы бәрелештә, 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Айырым понтон-күпер батальонының күпер взводы командиры, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Ветошников Георгий Александрович 1918 йылдың 19 апрелендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белем ала, Өфө яҙыу машинкалары заводында слесарь (рус.)баш. булып эшләй. 1938 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Хәсән күле буйында һуғышта һәм совет-фин яуында ҡатнаша. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Өфөлә шофер булып эшләй. 1941 йылдың июнь айында Башҡорт АССР-ының Благовещен район хәрби комиссариаты тарафынан ҡабаттан армияға саҡырыла. 1943 йылдың сентябрь айына кесе лейтенант Георгий Ветошников Көньяҡ-Көнбайыш фронты 12-се армияһы 5-се понтон (рус.)баш.-күпер бригадаһының 100-сө айырым моторлаштырылған понтон-күпер батальонының күпер взводы менән командалыҡ итә. Днепр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылда сентябрҙең 25-нән 26-на ҡарай төндә Украина ССР-ының Запорожье өлкәһе Вольнянский районы Губенское ауылы районында Ветошников дошман уты аҫтында Днепр аша үҙенең катерында десант алып сыға. Яраланыуына ҡарамаҫтан, ул беренсе булып катерҙы көнбайыш ярға еткереп, һалдаттарҙы төшөрә. Кисеүҙә батып барған санинструкторҙы (рус.)баш. ҡотҡара.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 19 мартындағы Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын (рус.)баш. теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия кесе лейтенанты Георгий Ветошниковҡа Ленин ордены һәм 2716-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

1946 йылдың 9 мартында Баҡыла хәрби госпиталдә вафат була. Шунда уҡ ерләнә.

Северский Донец йылғаһын һуғышып аша сыҡҡаны өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Георгий Александрович Ветошниковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «16-сы дөйөм белем биреү мәктәбе» автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[1][2];
  • Өфөләге бер урам Ветошников исеме менән аталған, Баҡыла уға һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
  2. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Времени не подвластно. Уфа, 1978.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 2. Уфа, 1966.