Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы
Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева (рус. Вакиля Гатаулловна Калмантаева; Үрге Ильяс, Ырымбур өлкәһе, Красногвардейск районы, СССР — 2021 йылдың 5 феврале, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет, Рәсәй театр һәм кино артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1989)[1]. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976 йылдан)[1]. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры[2].
Биографияһы
1948 йылдың 7 ноябрендә Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы Үрге Ильяс ауылында тыуған[1][2].
1970 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (К. Ф. Ғәҙелшин һәм Ғ. Ғ. Ғиләжев курсы)[1], 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда Салауат башҡорт драма театрында башлай. 1971—1983, 1985—1992 һәм 1994 йылдарҙа Сибай башҡорт драма театрында эшләй. 1992—1993 йылдарҙа һәм 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры була. 1998—2002 йылдарҙа Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй[1][2].
2021 йылдың 5 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Ижады
Ижадына төрлө жанрҙарҙағы — сатирик, эксцентрик, фольклор, шулай уҡ лирик-драматик ролдәрҙе башҡарыу хас[1].
Төп ролдәре
- Ҡарлуғас — «Ҡарлуғас», Б. Бикбай (дебют, 1970, Салауат драма театры);
- Ғәлимә — «Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимов (Сибай драма театры);
- леди Мильфорд — «Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер (Сибай драма театры);
- Эльвира — «Дон Жуан», Мольер (Сибай драма театры);
- Әниә — «Ай булмаһа, йондоҙ бар», Т. Миңнуллин («Нур» театры);
- Зөлфиә — «Гүргә инер сер ине», Р. Кинйәбаев («Нур» театры);
- Әсә — «Дала ҡиссаһы», Ф. Бүләков (Милли йәштәр театры);
- Нәғимә — «Беҙҙең өйҙөң йәме», М. Кәрим (Милли йәштәр театры)[1];
- Зәлифә — «Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов[3]
- Наташа — «Амазонкалар», С. Латыпов[3]
- Мәккә — «Эх, егеттәр...», Б. Аппаев[3]
- Анна Михайловна — «Мәңге тереләр», В. Розов[4]
Фильмографияһы
- 2005 — «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» («Долгое-долгое детство», реж. Булат Йосопов) — Оло инәй роле[2][4];
- 2008 — «Алпамыша» — эпизод;
- 2010 — «Тайна курая» — эпизод;
- 2011 — «13 раунд» — Өләсәй роле;
- 2013 — «Ай тотолған төндә» («В ночь лунного затмения», реж. Р. Исрафилов) — эпизод[5];
- 2015 — «Три письма» — төп роль[6].
Ғаиләһе
- Ире — Альберт Мостафин, рәссам;
- Ҡыҙҙары — Фирҙәүес һәм Алиса;
- Ейәндәре — ике ейәне бар[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1989);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 С. С. Саитов. Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева арабыҙҙан китте. Башинформ (5 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Национальный молодёжный театр имени Мустая Карима. teatrnmt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ 1 2 Ушла из жизни народная артистка Башкортостана Вакиля Калмантаева. okraevka.ru (5 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ Вакиля Калмантаева. Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ Три письма (2015). kinopoisk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ Её лёгкая поступь… Источки (19 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
Һылтанмалар
- С. С. Саитов. Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
- Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева арабыҙҙан китте
- Светлая память…
- Вакиля Калмантаева
- Вакиля Калмантаева
- Хрупкая, но такая сильная духом