Үрге Ильяс
Үрге Ильяс (рус. Верхнеильясово; икенсе атамаһы Тәңес[2][3]) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл[4]. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Үрге Ильяс[5] — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев фекеренсә , XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[6]. Үрге Ильяс рус телендәге исеме Верхнеильясово тигәндән тәржемә ителеп алынған, ә асылда башҡорт халыҡ телендә ул элекке исеме менән йөрөтөлә — Тәңес ауылы. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Ауыл Өс ҡайын йылғаһы буйында ултыра. Уның ауылдан 2 км ситтәрәк булған инешен халыҡ Таиба ҡойоһо тип йөрөтә. Ҡасандыр ауылда йәшәгән Таиба исемле әбей ошо шишмәгә һыуға йөрөргә яратҡан тиҙәр.
Халыҡ һаны
| 1920[6] |
|---|
| 435 |
| 2010[7] |
|---|
| 289 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[5].
Билдәле шәхестәре
- Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (1888—1966), драматург, шағир, сәсән, фольклорсы.
- Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904—1943), яҙыусы, фольклорсы, йырсы.
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы (9.09.1956), ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент.
- Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948—5.02.2021), театр һәм кино артисы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Ырымбур башҡорттарының «Ялҡын» милли — мәҙәни түңәрәге
- ↑ Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — КРАСНОГВАРДЕЙСКИЙ РАЙОНЫ (Ырымбур өлкәһе)
- ↑ 1 2 Башҡорт энциклопедияһы — Ырымбур башҡорттары
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 177—178, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
Һылтанмалар
- Үрге Ильяс // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2021)