Ҡолман

Ҡолман (Ҡулма́н, рус. Карья́пово) — Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы ауылы. Пролетарка ауыл советы составына керә..

География

Ауыл Туҡ буйында урынлашҡан.

Тарих

Риүәйәт буйынса, ауыл 1630—1640 йылдарҙа йә унан иртәрәк нигеҙләнгән. Ауылда йәшәүсе Агиш исемле кешенең улдары Ҡолман һәм Ҡоръяу 1764 йылғы Нуғай даруғаһы документында телгә алыналар[2].

Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[3]. Революцияға тиклем Ҡолман ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[3].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

XX быуат башында мәсет төҙөлә. Аслыҡ осоронда ауыл халҡының бер өлөшө Ташкентҡа күсергә мәжбүр була.

1933 йылда Ҡолман һәм күрше Бәхтийәр ауылдарында «Ҡыҙыл Кәмәтау» (рус. «Кызыл Каматау») колхозы ойошторолған. 1937 йылда колхоздың атамаһы «Красный Стахановец» тип үҙгәртелә, 1959 йылда ул «Родина» колхозы составына инә[4].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
1795183418661910
106269239389
Халҡы иҫәбе
2005[1]2006[1]2007[1]2008[1]2009[1]2010[5]2011[1]
198195203199210179203

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә