Түбәнге Ильяс

Түбәнге Ильяс (рус. Нижнеильясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Туҡ (Тоцк) ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Түбәнге Ильяс — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаевҡа ярашлы, XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Түбәнге Ильяс һәм Үрге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[2].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халыҡ һаны

1920[2]
435
Халҡы иҫәбе
2010[3]
151

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (99 %) йәшәй[4].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 177-178, 194. — 616 с.
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  4. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә