Бәхтийәр

Бәхтийәр (рус. Бахтиярово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Пролетарка ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Тәүге тапҡыр 1834 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан— Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[3]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 35-се йортона ҡарай[4].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халыҡ һаны

1834 1859 1920[3][4]
299 452 1008[5]
Халҡы иҫәбе
2005[6]2006[6]2007[6]2008[6]2009[6]2010[7]2011[6]
329342350335371315352

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (95 %) йәшәй[8].

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.geonames.org/7686133/nizhnebakhtiyarovo.html
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. 1 2 3 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
  4. 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 180-181, 194. — 616 с.
  5. Было зафиксировано две деревни: Верхнее Бахтиярово (367 чел.) и Нижнее Бахтиярово (641 чел.)
  6. 1 2 3 4 5 6 Сведения по населению Пролетарского сельсовета в динамике с 2005 по 2011 годы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2015. Архивировано 14 август 2014 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  8. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә