Вәлиев Шамил Римзил улы
Шамил Римзил улы Вәлиев (рус. Шамиль Римзилевич Валеев; 1973 йылдың 24 марты, Бишбүләк ауылы, Башҡорт АССР-ы) — журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе (2019—2023). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2020). Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев (2022) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Шамил Римзил улы Вәлиев 1973 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бишбүләк районы Бишбүләк ауылында тыуған[1].
1980 йылға тиклем әсәһе — Өфө авиация институтының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) социология лабораторияһы фәнни хеҙмәткәре Лена Вәлиеваның тыуған ауылы Иҫке Ҡалмашта йәшәй. Беренсе класҡа Өфө ҡалаһының 49-сы урта мәктәбенә бара[2].
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) тарих факультетында юғары һөнәри белем ала. Һуңынан Өфө дәүләт авиация техник университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) аспирантураһына (рус.)баш. инә[2].
Хеҙмәт юлын 1997 йылда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында парламент хәбәрсеһе булып башлай.
2001—2004 йылдарҙа — «Время регионов» мәғлүмәт агентлығының үҙ хәбәрсеһе, һуңынан ике йыл «Российская газета»ның Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе була.
2006—2007 йылдарҙа — «Известия» гәзите төбәк сығарылышының баш мөхәррире.
Артабан Мәскәүҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фонды дәүләт корпорацияһында кәңәшсе булып эшләй.
2009—2010 йылдарҙа — «Башнефть» нефть акционерҙар компанияһында тышҡы бәйләнештәр буйынса бүлек мөдире.
Һуңынан алты йыл дауамында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире вазифаһын биләй. 2016—2019 йылдарҙа «Медиакорсеть» мәғлүмәт агентлығының төбәк директоры була.
2019—2023 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе[3].
2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[4]. Парламенттың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһында «Халыҡ фронты „Рәсәй өсөн“!» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк штабы рәйестәше.
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының Совет ағзаһы[6].
Ижады
2021 йылда «Мемуары уфимского школьника» (16+) тип аталған тәүге китабын нәшер итә[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2020)[2];
- Салауат Юлаев ордены (2022)[8];
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы;
- Халыҡтар дуҫлығы ордены;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
- Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының «Һайлауҙарҙы ойоштороуҙағы булышлығы өсөн» миҙалы;
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Депутаты. Валеев Шамиль Римзилевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Уфимский журналист и общественный деятель Шамиль Валеев отмечает «золотой» юбилей. ИА «Башинформ» (24 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ Аппарат Общественной палаты Башкирии возглавил медийный персонаж. Сетевое издание «МК в Башкортостане» ufa.mk.ru (30 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ Валеев Шамиль Римзилевич. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по развитию институтов гражданского общества, информационной политике и делам религий. Валеев Шамиль Римзилевич. Первый заместитель председателя комитета. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ Совет фонда. Валеев Шамиль Римзилевич. Фонд грантов Главы Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ Публицист Шамиль Валеев выпустил книгу «Мемуары уфимского школьника». ИА «Башинформ» (2 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
- ↑ Ольга Муртазина. Экс-главреда ИА "Башинформ" наградили орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ» (12 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Сайт партии «Единая Россия». Валеев Шамиль Римзилевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026).
- Официальный сайт УГНТУ. Центр арабской культуры им. Карима Хакимова УГНТУ посетил Валеев Шамиль Римзилевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026).
- Сетевое издание «Вести-Башкортостан». Шамиль Валеев: «В 27 лет получил одобрение от самого Мустая Карима» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026).
- Сетевое издание «МК в Башкортостане» ufa.mk.ru. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026).
- Сайт газеты «Благоварские вести». Шамиль Валеев: «Мои ценности —это Родина, гуманизм, семья…» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026).