Гаврилов Сергей Алексеевич
Гаврилов Сергей Алексеевич (20 сентябрь 1914 йыл — 21 май 1983 йыл) — конструктор-инженер-ғалим. 1941 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводы конструкторы, 1943 йылдан — бүлек начальнигы, 1949 йылдан — баш конструктор урынбаҫары; 1955 йылдан Өфө машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһының баш конструктор урынбаҫары, 1962—1983 йылдарҙа — баш конструкторы. Техник фәндәр докторы (1978). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1977). РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Биографияһы
Сергей Алексеевич Гаврилов 1914 йылдың 20 сентябрендә Рәсәй империяһының Владимир губернаһы Иваново-Вознесенск ҡалаһында [1] тыуған[2].
1940 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Рыбинск авиация институтын тамамлай[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1934 йылда 26-сы машиналар төҙөү заводында техник-конструктор булып башлай. 1941—1949 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводында инженер-конструктор, конструкторҙар төркөмө етәксеһе, етәксе урынбаҫары, бүлек начальнигы була. 1949 йылда баш конструктор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1961 йылда — беренсе урынбаҫары, 1962 йылда — 100-сө почта йәшниге ойошмаһының баш конструкторы («Мотор» фәнни-производство предприятиеһы). 1962 йылдың сентябрендә — СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфө «Союз» машиналар төҙөү конструкторлығы бюроһының баш конструкторы[2].
С. А. Гаврилов ҙур техник һәм производство тәжрибәһенә эйә була, конструкторлыҡ бюроһы алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итә. Уның етәкселегендә истребителдәр, штурм авиацияһы һәм төрлө тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн 30-ға яҡын авиация двигателдәр төрө эшләнә. Р13-300, Р13Ф-300, Р25-300 двигателдәре менән төрлө модификациялы МиГ-21, Р95Ш — СУ-25 штурмовиктары йыһазландырыла.
Яңы авиация техникаһын үҙләштереүҙә һәм эшләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылдың 19 декабрендә С. А. Гавриловҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[3].
1975 йылдың ноябрендә Өфө моторҙар эшләү заводының тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы була.
СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).
1983 йылдың 21 майында Өфө ҡалаһында вафат була[2], Көньяҡ зыяратта ерләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
◇ Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975 )
◇ Ике Ленин ордены (1971, 1975)
◇ 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
◇ Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1959, 1963)
◇ Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1980)
◇ «Почёт Билдәһе» ордены (1943)
◇ миҙалдар
◇ СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты
◇ РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974)
◇ Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Рәсәй Федерацияһының Иваново ҡалаһы
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2024)
- ↑ Международный патриотиечский интернет-проект «Герои страны». Гаврилов Сергей Алексеевич. Герой Социалистического Труда. 1975 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2024)
- ↑ Герой Соц.Труда Гаврилов Сергей Алексеевич :: Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года.
Әҙәбиәт
◇ Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
◇ Главный конструктор (К 100-летию со дня рождения Сергея Алексеевича Гаврилова) // Крылья Родины. — М., 2014. — № 8. — С. 102-104.
Һылтанмалар
◇ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2024)
◇ Гаврилов Сергей Алексеевич. «Герои страны» сайты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2024)