Гуреев Сергей Николаевич
Серге́й Никола́евич Гуре́ев (1918 йылдың 7 октябре, Мәләүез, Өфө губернаһы — 2013 йылдың 13 ғинуары, Киев) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Воронеж фронты 40-сы армияһының 6-сы понтон-күпер бригадаһы 135-се айырым моторлаштырылған понтон-күпер батальонының понтон отделениеһы командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Гуре́ев Серге́й Никола́евич 1918 йылдың 7 октябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған[2].
Алты синыфты тамамлағас, 1933 йылдан 1939 йылға тиклем Мәләүез машина-трактор станцияһында вулканизация (рус.)баш. яһаусы слесарь булып эшләй. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Понтон отделениеһы командиры ВКП(б) ағзаһына кандидат өлкән сержант Н. С. Гуреев 1943 йылдың 12 октябрендә Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районы Козинцы һәм Зарубинцы ауылдары һәм Переяславль пристане районында Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Паром начальнигы булараҡ, ул йылға аша 3-сө гвардия танк армияһы һәм 40-сы армия ғәскәрҙәрен сығара. Паромды бушатыу ваҡытында дошмандың көслө артиллерия һәм миномёт уты башлана. Өлкән сержант ут аҫтында тулыһынса һуғыш кәрәк-яраҡтарын бушата һәм Днепрҙың һул ярына тағы ла рейсҡа йүнәлә. Катер сафтан сыҡҡас, С. Н. Гуреев паромды ҡул көсө менән тарта[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның (рус.)баш. хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Гуреев Сергей Николаевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2478) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә [4][3].
1945 йылда С. Н. Гуреев Киев үҙйөрөшлө артиллерия училищеһын, 1947 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1950 йылдан лейтенант Гуреев С. Н. — запаста.
Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Киев ҡалаһында «Маяк» заводында өлкән инженер булып эшләй. 2013 йылдың 13 ғинуарында вафат була, ҡаланың «Берковцы» зыяратында ерләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10 ғинуар 1944)
- Ленин ордены (10 ғинуар 1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3]
- СССР миҙалдары.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Сергей Николаевич Гуреевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының 4-се дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһында Сергей Гуреев исеме менән урам аталған, Дан Аллеяһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы.
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Гуреев Сергей Николаевич. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Гуреев Сергей Николаевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Герои-освободители Черкасщины. — Днепропетровск: «Промінь», 1980.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 2. — Уфа, 1966.
Һылтанмалар
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Гуреев Сергей Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Гуреев Сергей Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2026)
- Сегодня исполняется 90 лет Герою Советского Союза Сергею Гурееву. ИА «Башинформ», 7 октября 2008 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2026)
- МАУКИ «Мелеузовский историко-краеведческий музей» муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан. Достопримечательности г. Мелеуз и Мелеузовского района / Аллея Героев / Гуреев Сергей Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2026)
- Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа № 4 имени Героя Советского Союза Гуреева Сергея Николаевича муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2026)