Донъяның яңы ете мөғжизәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Донъяның ете мөғжизәһе
Донъяның яңы ете мөғжизәһе — швейцариялы Бернар Вебер инициативаһы буйынса New7Wonders Foundation коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан ойошторолған проект. Проекттың маҡсаты — донъяның хәҙерге ете мөғжизәһен эҙләү[1][2][3][4][5].
Донъяның билдәле архитектура ҡоролмаларынан яңы «донъяның ете мөғжизәһе»н бөтә донъя һайлауҙары 2007 йылдың ғинуарынан SMS, телефон йәки интернет аша үткәрелде. 100 миллионға яҡын кеше үҙ тауыштарын биреп ҡатнашты[1][2].
Һөҙөмтә 2007 йылдың 7 июлендә иғлан ителә. Был көндө Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонда донъяның яңы ете мөғжизәһе ителде[6][2][1]:
| Исеме | Регион | Урынлашыуы | Рәсем |
|---|---|---|---|
| Колизей | Европа | ||
| Бөйөк Ҡытай диуары | Азия | ||
| Мачу-Пикчу | Көньяҡ Америка | ||
| Петра | Азия | ||
| Таж-Махал | Азия | ||
| Ҡотҡарыусы Христос Статуяһы | Көньяҡ Америка | ||
| Чичен-Ица | Төньяҡ Америка |
Конурс финалистары
«Донъяның яңы мөғжизәһе» исеменә 176 номинант исемлегенән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса тәүге 77 иҫтәлекле урын һайлап алына. Һуңыраҡ 21 финалист иғлан ителә[7][8][2]:
| Исеме | Регион | Урынлашыуы | Һүрәт |
|---|---|---|---|
| Айя Суфия | Европа | ||
| Афина Акрополе | Европа | ||
| Әл-Хәмрә ҡәлғәһе | Европа | ||
| Ангкор | Азия | Ҡалып:Флагификация/Cambodia Ангкор, Камбоджа | |
| Моаи | Океания | ||
| Мәскәү Кремле һәм Ҡыҙыл майҙан | Европа | ||
| Нойшванштайн | Европа | ||
| Гиза пирамидалары (ҡатнашыуҙан баш тарттылар) | Африка | ||
| Сидней опера театры | Австралия | ||
| Азатлыҡ статуяһы | Төньяҡ Америка | ||
| Стоунхендж | Европа | ||
| Томбукту | Африка | Ҡалып:Флагификация/Mali Мали | |
| Киёмидзу-дэра | Азия | ||
| Эйфель башняһы | Европа |
Ҡайһы бер билдәле статуяларҙың үлсәмдәрен сағыштырыу: Берҙәмлек статуяһы — 240 м (постамент менән), Яҙғы Ғибәҙәтхана Буддаһы (Лушань) — 153 м (постамент менән), Азатлыҡ статуяһы (Нью-Йорк) — 93 м (постамент менән), Ватан-әсә (Волгоград), Ҡотҡарыусы Христос статуяһы (Рио-де-Жанейро) һәм Давид Микеланджело (Флоренция)
Реакция
ЮНЕСКО, иҫтәлекле урындарҙы Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереп, үҙенең белдереүендә проектты хупламаны[2]:
"Донъяның ете яңы мөғжизәһе исемлеге шәхси инициатива һөҙөмтәһе генә булып буласаҡ һәм һайланған ҡомартҡыларҙы һаҡлауға бер ниндәй ҙә оҙайлы йәки етди йоғонто яһамаясаҡ», —
тип белдерҙе.
Бынан тыш, Ватикан ойоштороусыларҙы христиан ҡомартҡыларын, мәҫәлән, Сикстин капеллаһындағы Микеланджело рәсемдәрен йәки Барселоналағы Саграда Соборын иғтибарһыҙ ҡалдырған өсөн ғәйепләне[9]. Ә исемлектә булған ике иҫтәлекле урын илдәрҙең сәйәси баҫымы арҡаһында ғына эләкте[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 OFFICIAL DECLARATION OF THE NEW7WONDERS OF THE WORLD IN LISBON ON 07.07.2007 (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 В Лиссабоне назвали семь новых чудес света. Lenta.ru (8 июль 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ Bernard Weber. HOW DID THE NEW7WONDERS MOVEMENT BEGIN? (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ PROJECT HISTORY (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ FAQ (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ NEW 7 WONDERS OF THE WORLD (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ NOMINEE LONG LIST (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ THE 21 FINALISTS (ингл.). New7Wonders. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Ватикан обиделся на "Новые семь чудес света". Lenta.ru (6 июль 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |