Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Башҡортостандың ете мөғжизәһе — Башҡортостандың ете тәбиғәт ҡомартҡыһын билдәләү өсөн 2009 йылда үткәрелгән конкурс.

Акция

2008 йылда Мәскәүҙә үткән «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» конкурсы өлгөһөндә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Сәләм» программаһы 2009 йылда «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» конкурсын уҙғара.

Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың иң күп тауыш йыйған 180 объект тәҡдим ителә. Конкурс йомғаҡтары буйынса уларҙың етеһе еңеүсе итеп билдәләнә: башҡорт балына, «Урал батыр» эпосына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, «Янғантау»ға, Салауат Юлаев һәйкәленә, ҡурайға һәм Красноусол минераль сығанаҡтарына «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән статус бирелә[1].

2011 йылда Башҡортостандың «Китап» нәшриәтендә өс телдә: рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә төҙөлгән «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» фотоальбомы (рус.)баш. баҫылып сыға. Унда ете бүлек бар, уларҙың һәр береһендә Башҡортостан мөғжизәләренең береһе тураһында бәйән ителә[2].

Ете мөғжизә

Салауат Юлаев һәйкәле

1967 йылда Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Башҡорт халҡының милли батыры скульптор Сосланбәк Тавасиев тарафынан һынландырылған, архитекторы — Исмәғил Ғәйнетдинов. Был — Европалағы иң бейек һәйкәл, шулай уҡ Рәсәйҙә ат һынландырылған иң ҙур һәйкәл, бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. Һәйкәлдең образы республика гербында сағылыш тапҡан.

Башҡорт балы

Бал — үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан бал ҡорттары йыйған биологик актив продукт. Башҡорт балы сифаты яғынан бөтә донъяла юғары баһалана. Башҡорт бал ҡортоноң да ҡиммәте ҙур. Башҡорттар бик борондан солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.

Ҡурай

undefined

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай — үҙен ижад иткән халыҡтың быуаттарға олғашҡан тарихының шаһиты. Ул һағышты ла, шатлыҡты ла, нескә лириканы ла, эпик юғарылыҡты ла көйләүгә һәләтле. Ҡурай тартыу оҫталығы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ҡурай Башҡортостан гербында урын алған.

«Урал батыр» эпосы

Эпос — башҡорт ауыҙ-тел ижадының иң боронғо ҡомартҡыһы. «Урал батыр» эпосы донъя халыҡтары мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Уны 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған.

Красноусол минерал сығанаҡтары

Ғафури районында диңгеҙ кимәленән 132—136 метрҙағы бейек үренән ағып сыға. Был минерал сығанаҡтың төп дауалау факторҙары (рус.)баш.: хлор-натрийлы һәм водородлы көкөрт матдәләре. Минерал сығанаҡтар нигеҙендә 1944 йылда Красноусол шифаханаһы эшләй башлай.

Шүлгәнташ мәмерйәһе

Файл:Shulgantash.jpg
Шүлгәнташ

Башҡортостандың Көньяҡ Уралындағы иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе. Ул Бөрйән районында Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан. Мәмерйә өс ҡатлы, дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу. 1965 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Рәсәйҙең тәбиғи ҡурсаулығы тип иғлан ителә.

Янғантау

Ер аҫтынан шифалы быу сығып торған тау, Башҡортостандың Салауат районында, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында, диңгеҙ кимәленән 413 метр бейеклектә урынлашҡан. 1944 йылда бальнеологик Янғантау курорты асыла. Янғантау шифаханаһы, ун биш төрлө дауалау тәҡдим итеп, Рәсәйҙә беренсе урында тора.

Иҫкәрмәләр

  1. Әлфиә Әһлиуллина. «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» билдәле булды (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (8 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025.
  2. В издательстве «Китап» вышел фотоальбом «Семь чудес Башкортостана». ИА «Башинформ» (4 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Семь чудес Башкортостана: [альбом : на башк., рус. и англ. яз.] / сост. Г. Галимова, М. Кутлугаллямов, Р. Магадеева. - Уфа : Китап, 2010. - 208 с. : ил.

Һылтанмалар

Категориялар