Дәүләтбирҙе (исем)
| Викидата элементы юҡ |
Дәүләтбирҙе — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа халыҡтарҙа ла был исем бар.
Этимологияһы
Дәүләтбирҙе ғәрәп, башҡорт телдәрендәге бәхет, байлыҡ бирҙе һүҙҙәре ҡушып яһалған исем[1].
Билдәле кешеләр
Дәүләтбирҙе — 1395 йылда үҙен бойондороҡһоҙ Ҡырымдың ханы тип иғлан иткән Таштимерҙең улдарының берһе, Ҡырым йорто хакимы. 1420—1428 йылдарҙа Жучи улусының ханы.
Фамилияла
Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26 ғинуар 1927 йыл — 16 сентябрь 2017 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
Дәүләтбирҙина Нәфисә Шаһиүәли ҡыҙы — Баймаҡ районының Герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙы.
Дәүләтбирҙина Файза Юлдыбай ҡыҙы — Баймаҡ районының Герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙы.
Атаһының исеме
Танһыҡҡужина Мәҙинә Дәүләтбирҙе ҡыҙы — Баймаҡ районының Герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙы, 11 бала әсәһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ