Ете гүзәл (Низами)
Ете гүзәл | |
---|---|
фарс. هفت پیکر | |
| |
Жанр | поэма |
Автор | Низами Гәнжәүи |
Төп нөхсә теле | фарсы |
Ижат ителгән ваҡыты | 1197 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | 1832 (өҙөк) |
Нәшриәт | Arthur Probsthain & Co, Лондон |
Тәүҙәрәк килеүсе | «Ләйлә менән Мәжнүн» |
Ҙуңыраҡ килеүсе | «Искәндәрнамә» |
Электрон версия | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Һафт пәйкәр) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән[1]. Поэма «Ете көмбәҙ» тигән исем менән дә билдәле[2].
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
Яҙылыу ваҡыты һәм бағышлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Поэманың яҙылыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Низами Гәнжәүи үҙе ижадының һуңы тип атаған «Искәндәрнамә»не 1202 йылда тамамлаһа ла, нәҡ «Ете гүзәл» шағирҙың һуңғы поэмаһы тип һанала. Поэманы яҙыу сәбәбен аңлатҡан бүлектә Низами Көрпә Арслан шаһтан сапҡын килеп, уға поэма яҙырға заказ биреүен һөйләй. Поэма өсөн ҙур хаҡ вәғәҙә ителә, әммә тема һайлау хоҡуғы Низами Гәнжәүиҙә ҡала[3].
Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баһрам тыуғас, аҡаһаҡалдар кәңәше буйынса уны ғәрәп батшаһы Номанға тәрбиәгә оҙаталар. Номан әмере буйынса, яңы Карнак һарайы төҙөлә. Бер заман һарай бүлмәләренең береһендә Баһрам ете илдән ете принцессаның портретын күрә һәм уларға ғашиҡ була.
Атаһы мәрхүм булғас, Баһрам Фарсияға ҡайта һәм тәхеткә ултыра. Батша булғас, Баһрам ете принцессаны эҙләтеп ала һәм уларға өйләнә. Ул архитекторға ҡатындарының һәр береһенә берәрҙән ете мөһабәт бина төҙөргә бойора. Архитектор Баһрамға, астрологияға ярашлы, һәр илгә, йәғни Ер шары бүленгән һәр «бүлкәткә» ете планетаның береһе тап килгәнен һөйләй һәм Баһрамға һәр һарайҙы шул планеталарға тап килгән төҫтәр менән биҙәргә кәңәш бирә. Баһрам архитектор тәҡдимен башта етди ҡабул итмәһә лә, һуңынан ризалаша.
Төҙөлөш тамамланғас, принцессалар үҙ һарайҙарына урынлаша. Баһрам һәр принцесса янына аҙнаның билдәле бер көнөндә килә: шәмбе — ҡара көмбәҙле һарайҙа йәшәгән һинд принцессаһына, уға Сатурн идара итә, йәкшәмбе — Төркөстан[4] (Ҡытай)[5] принцессаһына, ул Ҡояш хакимлығында һары көмбәҙле һарайҙа йәшәй, дүшәмбе — йәшел көмбәҙле һарайға Айға буйһонған хәрәзем принцессаһы янына, шишәмбе — ҡыҙыл көмбәҙле һарайҙағы һәм Марсҡа буйһоноулы славян принцессаһына, шаршамбы — Мәғриб принцессаһына, ул, Меркурийға буйһоноп, фирүзә йәшел көмбәҙле һарайҙа йәшәй, кесе йома — сандал ағасы төҫөндәге көмбәҙле һарайҙа йәшәгән Руми (Византия) принцессаһына, уға Юпитер идара итә, йома — Сулпан йондоҙона буйһоноп, аҡ көмбәҙ аҫтында йәшәгән Иран принцессаһы янына килә. Баһрам принцессалар эргәһенә уларҙың һарайы төҫөндәге кейем кейеп килер була. Һәр принцесса батшаға ниндәй ҙә булһа кәйефкә һәм уны асҡан төҫкә ярашлы тарих һөйләгән. Һәр новелланың сюжеты һөйөү кисерештәренә ҡорола, ҡара төҫтән аҡҡа күскәндә ябай хислелек илаһи мөхәббәткә алмашына бара[6]. Ҡайһы берәүҙәр был күсештә кеше күңеленең ҡараңғылыҡтан сафлыҡҡа, илаһилыҡҡа илтеүсе тылсымлы юлды күрә. Ошо юлды үткән батша ла юғары рухи сифаттарға эйә була. Һуңынан, әрнеүле еңелеү, хыянат һәм башҡа ауырлыҡтар кисереп, ул мажара яратыусынан лайыҡлы һәм ғәҙел хакимға әүерелә[7]. Шулай итеп, поэманың икенсе тематик һыҙығы — Баһрамдың еңел аҡыллы батша малайынан иҙеүгә һәм йәбер-золомға ҡаршы көрәшкән ғәҙел, аҡыллы идарасыға әүерелеүе.
Йылдар үтә. Батша үҙенең ҡатындары менән мәшғүл булған арала, вәзирҙәренең береһе илдә хакимлыҡты тартып ала. Көтмәгәндә Баһрам батшалыҡтағы тәртипһеҙлектәрҙе, ҡаҙнаның буш булыуын, күрше батшаларҙың уға һөжүм итергә йыйынғанлығын күреп ҡала. Вәзиренең ҡылығын тикшереп, Баһрам батшалыҡтың ошо көнгә төшөүендә уны ғәйепле тип таба. Вәзирен үлем язаһына хөкөм итеп, илдә тәртип урынлаштыра. Бынан һуң Баһрам ҡатындарының ете һарайын зороастр ҡорамына әйләндерергә ҡуша, ә үҙе һунарға китә лә тәрән мәмерйәгә инеп юғала. Ҡырағай ишәк (гур) табырға тырышып, Баһрам үлемен (гүр) таба.
Әҫәрҙе тикшереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ете гүзәл» поэмаһы хәфиф тигән нәфис шиғри үлсәм менән яҙылған, ул 4637-нән 5136-ға тиклем ике юллыҡтан тора[2]. Низами Гәнжәүи төрлө иҫке сығанаҡтарҙы оҫта файҙаланған, улар араһында "Шаһнамә"не, Низам әл-Мүлктең «Сиясәтнамә»һен (XI быуат) телгә алырға була. Низами яҙған хикәйәләр фарсы һәм донъя әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, славян принцессаһы һөйләгән яуыз принцесса тураһындағы хикәйә француз шәреҡсеһе Пети де ля Кроа тәржемәһендә «Турандот» булараҡ билдәле.
«Ете гүзәл» эротик әҙәбиәт шедевры тип һанала, әммә ул өгөт-нәсихәт менән тулы. Ислам энциклопедияһы буйынса, Низами сама белеү яҡлы булып ҡала һәм эротиканы — тотанаҡлылыҡ менән, ә гедонистик ләззәттәрҙе дәүләткә идара итеү өсөн яуаплылыҡ менән сикләү тураһында яҙа.
Ислам космологияһында Ер ете планета (Ай, Меркурий, Сулпан, Ҡояш, Марс, Юпитер һәм Сатурн) уртаһына урынлаштырылған. Был планеталар Алла менән бәйләй һәм уларҙың хәрәкәт итеүе Ерҙәге ваҡиғаларға һәм тере заттарға йоғонто яһай тип һаналған. Низами инаныуынса, донъяның берлеге арифметика, геометрия һәм музыка менән бәйләнештәр аша ҡабул ителә алған. Һандар Ғаләмдәге үҙ-ара бәйләнештәрҙең асҡысы булған; һандар аша күплек — бер бөтөнгә, төрлө фекерҙәр гармониялыға әйләнә. Низами ете һанын төп мотив итеп алған, сөнки ислам динендә иң камил һәм иң төп һан тип һаналған ете Шәреҡтә айырым мәғәнәгә эйә булған[2]. Хәҙерге тикшеренеүселәр араһында поэманы астрология буйынса шиғри трактат тип ҡараусылар ҙа бар, әммә тикшеренеүсе Франсуа де Блуа быны кире ҡаға[1].
Франсуа де Блуа буйынса, йондоҙҙар ҡушҡанса йәшәгән Баһрамдың бәхет табырға ынтылыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ете көмбәҙҙең һәр береһе бер йондоҙға тап килтереп төҙөлгән, әммә улар Баһрамды һәләкәткә илтә кеүек. Тик ете көмбәҙ биргән ләззәттәрҙән баш тартыу һәм ете иҙеү ҡорбанының ялыуҙарына ҡолаҡ һалыу ғына, тип яҙа де Блуа, Баһрамға ысын ҡаһарман статусын бирә[1].
Поэманың тәүләп телгә алыныуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIII быуаттың ғәрәп географ-космографы Зәкәриә Ҡазвини үҙенең «Космография»һында («Әжәиб әл-мәхлүкәт»; 1-се редакцияһы — 1263 йылғы, 2-сеһе — 1275 йылғы) «аҡыллы шағир Әбүмөхәммәт Низамиҙың» әҙәби эшмәкәрлеге тураһында яҙа һәм «тиңе булмаған дүрт дастанын» («Искәндәрнамә» телгә алынмаған), шул иҫәптән "Ете гүзәл"де билдәләй[9].
XVII быуат аҙағында француз шәреҡсеһе Бартелеми де Моленвиль д'Эрбело (инг.)баш. «Bibliothèque Orientale» тигән көнсығыш энциклопедияһын төҙөй (1697 йылда баҫыла), уның «Nazami» тигән статьяһында шағирҙың ижадына өс поэма, шул иҫәптән «Ете гүзәл» («Хефт пейкяр») инеүе тураһында яҙыла.
Тәржемәләре һәм баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1832 йылда Ҡазанда поэманың «Баһрам Гур һәм урыҫ батшабикәһе» тигән немец телендәге өҙөгө баҫыла, тәржемәне шәреҡсе Франц Эрдман эшләгән[10]. 1846 йылда Лондонда сэр Гор Оуслиҙың «Biographical Notices of Persian Poets» тигән китабы сыға. Унда поэманың бер нисә өлөшө инглизсәгә тәржемәлә бирелә. [5]. Немец филологы Пол Хорн (төр.)баш. «Фарсы әҙәбиәте тарихы» («Geschichte der persischen Litteratur», Лейпциг, 1901) тигән китабында поэманың йөкмәткеһен һөйләй [11].
Поэманың текстологик тикшереү үткән баҫмаһын поэма текстары яҙылған ун биш ҡулъяҙма һәм 1848 йылғы Бомбей литографияһы нигеҙендә 1934 йылда Һелмут Риттер менән Ян Рыпка нәшер итә (Прага, ләкин Истанбулда донъя күрә)[1].
1936 йылда Тәһранда Иран ғалимы Вахит Дастгирдиҙың тестологик тикшереү үтмәгән баҫмаһы сыға, һуңынан бер нисә тапҡыр ҡайтанан баҫтырыла. Дастгирди ҡарамағында "700 йылдан һуңыраҡ 1000 йылға тиклем"ге осорға ҡараған утыҙ иҫке ҡулъяҙма була. Поэма шулай уҡ әзербайжан ғалимы Т. А. Магеррамов (Мәскәү, 1987), Барат Занджани (Тәһран, 1994) тарафынан да баҫтырыла[1].
Шах открыл и стал на месте — сильно изумлён;
Будто бы сокровищницу там увидел он,
Дивной живописью взоры привлекал покой.
Сам Симнар его украсил вещею рукой.
Как живые, семь красавиц смотрят со стены.
Как зовут, под каждой надпись, из какой страны.
«Ете гүзәл» поэмаһының көнбайыш европа телдәренә өс классик тәржемәһе бар. Беренсе тапҡыр ул тупаҫ инглиз теленә Чарльз Эдуард Уилсон тарафынан тәржемә ителә һәм Лондонда 1924 йылда баҫыла («тупаҫ» тигән төшөнсә артында төп нөсхәнең үлсәмен һәм мелодикаһын иҫәпкә алмаған тупаҫ юл аҫты тәржемәһе ята). Ул аҡ шиғыр менән эшләнгән, ике томда нәшер ителгән һәм нигеҙҙә төп нөсхәне дөрөҫ сағылдыра[12]. Беренсе томда — тәржемә ителгән текст, икенсеһендә тексҡа аңлатмалар була. Был тәржемә бер нисә тапҡыр ҡайтанан баҫыла. Йәнә шуныһы: тәржемәсе күп кенә шиғырҙарҙы латин теленә ауҙара. Поэманы инглизсәгә шулай уҡ Оксфорд университеты профессоры Джули Скотт Мейсами тәржемә итә, тәржемә Бөйөк Британияла һәм АҠШ-та 1967 йылда һәм ҡабатлап 1995 йылда баҫып сығарыла. Был тәржемә ирекле шиғыр менән эшләнгән һәм Риттер-Рыпка баҫмаһына нигеҙләнгән. Элси Маттин менән Джордж Хиллдың инглиз теленә тәржемәһе 1976 йылда донъя күрә.
1967 йылда поэманы итальян теленә Алессандро Баузани ауҙара. Йәнә Рудольф Гельпкеның немец прозаһына тәржемәһен телгә алырға була. Ул 1959 йылда Цюрихта сыға.
1922 йылда Мәскәүҙә рус телендә бер өлөшөнөң шиғри тәржемәһе сыға: «Низами — Семь красавиц. Рассказ индийской царевны». Уны Рәсәй әҙәбиәтен һөйөүселәр йәмғиәте рәйесе Алексей Грузинский Беренсе донъя һуғышы алдынан Сабашниковтар нәшриәте өсөн эшләй[13]. Поэманы рус теленә тулыһынса Рюрик Ивнев (шиғри формала, 1947 йылда Әзербайжан дәүләт нәшриәте һәм 1959 йылда Әзербайжан Фәндәр академияһы нәшриәте Бакуҙа баҫа), Рөстәм Алиев (прозала, 1983 йылда Бакуҙа сыға) һәм Владимир Державин (шиғыр менән, 1959 йылда Мәскәүҙә сыға, һуңынан ҡабатлап та баҫтырыла) тәржемә итә.
Әзербайжан теленә шиғри тәржемәне шағир Мәмәд Рагим эшләй.
Сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урта быуаттарҙың миниатюра һынлы сәнғәтендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ете гүзәл» поэмаһы буйынса миниатюралар әҫәрҙең ҡулъяҙмалары өсөн быуаттар дауамында Тәбриз, Шираз, Герат, Исфаһан, Йезд, Бохара кеүек төрлө ҡалаларҙың фарсы һәм могол миниатюрасы рәссамдары тарафынан төшөрөлә. Рәссамдар «Баһрам арыҫланға һунарҙа», «Бахрам менән аждаһа», «Баһрамдың таж һаҡлаған арыҫлан менән алышы» кеүек Баһрамға бәйле сюжеттарҙы һайлай[14].
Баһрамдың арыҫлан менән алышы күренеше XV быуат аҙағында Беһзат төшөргән миниатюрала (Лондонда Британ китапханаһында һаҡлана), 1444—1445 йылдарҙағы Йезд иллюстрацияһында (Манчестерҙа Джон Райленд китапханаһында һаҡлана), Мөхәммәт Замандың 1675 йылда төшөргән иллюстрацияһында (Британ китапханаһы) осрай.
«Ете гүзәл» буйынса төшөрөлгән миниатюраларҙа Баһрамдың һунар күренештәре лә йыш һүрәтләнә. Әйткәндәй, Баһрамдың һунар күренеше миниатюраларҙа ғына түгел, төрлө әҙәби жанрҙарҙағы (мәҫәлән, тарихи) әҫәрҙәрҙе иллюстрациялағанда ла файҙаланылған. Әйтәйек, Нью-Йоркта Метрополитен-музейҙа һаҡланған «Ете гүзәл» миниатюраһы Тәбәриҙең Баһрам тураһындағы тарихи хроникаһын иллюстрациялау өсөн ҡулланылған[15].
«Буға күтәргән Фитнә» сюжетына иллюстрация ҡулъяҙмаларҙа ғына осрай. Батша менән уның яратҡан йырсыһы тураһындағы хикәйәнән был күренеш иллюстрациялау өсөн йыш файҙаланыла. Унан айырмалы, «Баһрам Фитнәне ғәскәр башлығына тапшыра» тигәне бик һирәк ҡулланылған һәм Мөхәммәт солтандың Тәбриз миниатюраһында (1527, Топҡапы китапханаһы, Истанбул) һәм 1502 йылғы исфаһан миниатюраһында ғына (Рәсәй милли китапханаһы, Санкт-Петербург) осрай[16].
Поэмалағы Баһрамдың батша тажы өсөн көрәше миниатюра төшөрөүселәрҙең тағы бер яратҡан темаһы була. Был иллюстрацияларҙа Баһрамдың арыҫландар менән алышы һүрәтләнә.
Рәссамдар Баһрамдың ете һарайҙа күңел асыуы күренештәренә лә йыш мөрәжәғәт иткән. 1435—1436 йылғы Исфаһан «Антология»һында (Честер Битти китапханаһы) Баһрамдың алты тапҡыр һарайҙар алдына ат менеп килеп туҡтаған мәле төшөрөлгән (ваҡиғаларҙың башы). Шулай ҙа Баһрамдың принцессаларҙың береһе менән тәбиғәт ҡосағындағы йә сатырҙағы мәжлесе йышыраҡ һүртәләнгән[17].
"Ете гүзәл"гә индерелгән әкиәттәр фантастик әкиәттәр булып тора. Улар фольклор материалына нигеҙләнгән. Был хикәйәттәр тапҡырлыҡ, үҙенсәлекле сюжет менән таң ҡалдыра.
Баһрам Гур менән аждаһа. XVI быуаттың 2-се яртыһы. Мавераннаһр мәктәбе. Ҡулъяҙмалар институты, Баку[18] | Баһрам Гур йәшел һарайҙа. 1481 йыл. Тәбриз мәктәбе. Топҡапы китапханаһы, Истанбул | Баһрам Гур һунарҙа. Яҡынса 1610 йыл. Могол мәктәбе, Һиндостан. Британ музейы, Лондон | Баһрам Гур һары һарайҙа. XVI быуат. Конгресс китапханаһы, Вашингтон | Махан менән ғифрит түшәктә (төркөстан принцессаһының әкиәте). Бохараларғы 1648 йыл миниатюраһы. Рәсәй милли китапханаһы, Санкт-Петербург |
Һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Поэма геройҙарының портреттары менән Шәки ҡалаһында XVIII быуатҡа ҡараған Шәкихановтар йорто биҙәлгән.
1949 йылда Баҡы ҡалаһында Низами Гәнжәүигә ҡуйылған һәйкәл постаментында аждаһаны үлтергән Баһрам барельефы рәссам Ғәзәнфәр Халыҡов эскиздары буйынса скульптор А. Хрюнов тарафынан эшләнгән.
1959 йылда Баҡыла фонтанлы «Баһрам Гур» бронза скульптураһы ҡуйыла. Авторҙары — Аслан Рөстәмов, Альберт Мостафаев һәм Горхмаз Сүджәддинов. Был скульптура Әзербайжанда Низами Гәнжәүиҙең әҙәби геройына ҡуйылған беренсе һәйкәл булып тора.
1979 йылда әзербайжан рәссамы Микаил Абдуллаевтың Низами Гәнжәүи поэмаларына төшөрөлгән һүрәттәре буйынса Баҡы метрополитенының «Низами Гәнжәүи» станцияһында мозаикалы ун һигеҙ композиция эшләнә.
Низамиҙың тыуған ҡалаһы Гәнжәлә шағирҙың маҙары эргәһендә әзербайжан скульпторы Горхмаз Сүджәддинов тарафынан күп һынлы 22 метрлы комплекс ҡуйылған. Шағирҙың монументы бордо төҫөндәге шымартылған граниттан эшләнгән, уны «Хәмсә» геройҙарының бронзанан ҡойолған һындары уратҡан[19]. Һындарҙың береһе "Ете гүзәл"дән буға күтәреп торған Фитнәне[19] һүрәтләй.
2012 йылдың 20 июлендә Баҡыла Наил Әләкпәровтың «Ете гүзәл» тигән скульптур композицияһы ҡуйыла.
Музыкала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1940-сы йылдар башында әзербайжан композиторы Үзәйер Ғаджибәков Низами һүҙҙәренә ете гүзәлдең образдарына арнап ете романс яҙырға ниәт итә[20]. Ләкин икене генә яҙа — «Сенсиз» («Һинһеҙ», 1941) һәм «Севгили джанан» («Һөйгәнем», 1943)[21][20].
1949 йылда әзербайжан композиторы Ҡара Ҡараев «Ете гүзәл» сюитаһын яҙа, ә 1952 йылда поэма мотивтары буйынса шул исемдәге балетты ижад итә (либретто авторҙары — Исмаил Идаятзадә, Юрий Слонимский һәм Сабит Рахман)[22]. Был балет беренсе тапҡыр Баҡыла Әзербайжан опера һәм балет театры[23] сәхнәһендә 1952 йылдың 7 ноябрендә ҡуйыла. Икенсе редакцияла шунда уҡ 1959 йылда ҡуйыла[23]. Совет осоронда «Ете гүзәл» балеты Мәскәү, Ленинград, Новосибирск, Львов, Ташкент, Прага, Брно һәм башҡа ҡалалар театрҙарында ҡуйыла[24]. Әммә 1990-сы йылдар башында спектакль репертуарҙан төшөп ҡала. Балет ҡабаттан Баҡыла 2008 йылдың декабрендә (яңы либретто авторы — Яна Темиз) күрһәтелә[25]. 2011 йылдың 21 февралендә яңыртылған «Ете гүзәл» балеты Мәскәүҙә Ҙур театр сәхнәһендә ҡуйыла[26][27][28].
Театрҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2012 йылдың 7 декабрендә Баҡыла Самед Вургун исемендәге Әзербайжан дәүләт рус драма театры сәхнәһендә Низами Гәнжәүиҙең поэмаһы буйынса литва режиссёры Йонас Вайткустың «Ете гүзәл» тигән спектакле премьераһы була. Ул бөйөк шағирҙың тыуыуына 870 йыл тулыуға арнала. Спектаклдә Низами ролен — Әзербайжандың атҡаҙанған артисы Фуад Османов, ете гүзәлде атҡаҙанған артистка Наина Ибраһимова һәм башҡалар уйнай. Баһрам шаһ образын Морад Мамедов ижад итә.
Кинематографта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1970 йылда «Азербайджанфильм» киностудияһында «Фитнә» тигән мультипликацион фильм төшөрөлә, сюжет нигеҙенә поэманан Баһрам менән Фитнә тураһындағы сюжет ята.
1975 йылда «Экран» ижади берекмәһе«В мире легенд» тигән фильм-балет төшөрә. Унда Ҡара Ҡараевтың «Ете гүзәл» балетынан күренеш һәм вальс күрһәтелә..
1982 йылда экранға Ҡара Ҡараевтың Низами поэмаһы мотивтары буйынса яҙылған «Ете гүзәл» фильм-балеты сыға. Ул СССР Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты заказы буйынса «Азербайджанфильм» киностудияһында режиссёр Феликс Слидовкер тарафынан төшөрөлә. Либреттоһы һәм хореографияһы — Рәфиға Ахундова менән Мәҡсүд Мәмәдовтыҡы, сценарий авторҙары — Мәҡсүд һәм Рөстәм Ибраһимбәковтар, костюмдар — Тоғрул Нариманбәков. Баһрам роленә — Вадим Гуляев, Әйшә — Наталья Большакова, Вәзир — Ғәли Абайдулов. Фильмда шулай уҡ Әзербайжан опера һәм балет театры артистары төшә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Крымский А. Е. Низами и его современники — Б.: Элм, 1981.
- Фильм «В мире легенд» . YouTube. Дата обращения: 9 ғинуар 2014.
- Додхудоева Л. Н. Поэмы Низами в средневековой миниатюрной живописи / Ответственный редактор О. Ф. Акимушкин — М.: Наука, 1985.
- Низами Гянджеви. Семь красавиц. Перевод Рюрика Ивнева под редакцией проф. Е. Э. Бертельса. — Б.: Азербайджанское государственное издательство, 1947.
- Низами Гянджеви. Семь красавиц. Перевод Рюрика Ивнева. Второе, переработанное и дополненное издание. — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1959.
- Низами Гянджеви. Семь красавиц. Перевод с фарси В. Державина — М.: Художественная литература, 1986.
- Семь красавиц . YouTube. Дата обращения: 9 ғинуар 2014.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 François de Blois. Haft Peykar (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 15 декабря 2002. — Vol. XI. — P. 522—524.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Nizami Gandjawi (инг.) // The Encyclopaedia of Islam / Edited by C. E. Bosworth, E. van Donzel and W. P. Heinrichs and G. Lecomte. — Лейден, 1995. — Vol. VIII. — P. 79. — ISBN 9004098348.
- ↑ Бертельс Е. Э. Низами о художественном творчестве // Выдающиеся русские учёные и писатели о Низами Гянджеви / Составитель, автор предисловия и редактор Рустам Алиев. — Б.: Язычы, 1981. — С. 98—100.
- ↑ Бороздина П. А. Очерки истории литератур народов СССР. — Издательство Воронежского университета, 1991. — С. 83. — 476 с.
- ↑ 5,0 5,1 Крымский, 1981, с. 263263
- ↑ Бертельс. А. Е. Низами Гянджеви // Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия.
- ↑ Додхудоева, 1985, с. 1111
- ↑ Додхудоева, 1985, с. 224224
- ↑ Крымский, 1981, с. 244244
- ↑ Крымский, 1981, с. 259259
- ↑ Крымский, 1981, с. 280280
- ↑ Крымский, Элм, 1981, с. 71—7571—75
- ↑ Крымский, Элм, 1981, с. 288—289288—289
- ↑ Bahram and dragon.jpg, Bahram Gur kills the dragon. Painting by Muhammad Zaman.jpg, с. 51
- ↑ Додхудоева, 1985, с. 5252
- ↑ Eavesdropper.jpg, How a Braggart was Drowned in a Well.jpg, с. 54
- ↑ Додхудоева, 1985, с. 5656
- ↑ Додхудоева, 1985, с. 208208
- ↑ 19,0 19,1 Микеладзе Г. Духовная память мегаполиса // Каспий : газета. — 23 сентября 2013.
- ↑ 20,0 20,1 Романс-газелла, Электронная библиотека Узеира Гаджибекова. 18 июнь 2010 тикшерелгән.
- ↑ Сафарова З. Узеир Гаджибеков. — Баку: Язычы, 1985. — С. 61. — 64 с.
- ↑ Абасова Э. А., Касимов К. А. Очерки музыкального искусства Советского Азербайджана 1920-1956. — Б.: Элм, 1970. — С. 131. — 178 с.
- ↑ 23,0 23,1 Абасова Э. А. Караев К. А. // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1974. — Т. 2.
- ↑ Абасова Э. А., Касимов К. А. Очерки музыкального искусства Советского Азербайджана 1920-1956. — Б.: Элм, 1970. — С. 142. — 178 с.
- ↑ Московская премьера балета Кара Караева «Семь красавиц» // Azeri.ru. — 22 февраля 2011.
- ↑ Балет «Семь красавиц» // Радио «Эхо Москвы». — 22 февраля 2011.
- ↑ «Семь красавиц» в Москве // Театр Классического Балета.
- ↑ «Семь красавиц» в Москве — триумф! // Эхо : газета. — 1 марта 2011. — С. 8.