Ир-егеттәр араһында волейбол буйынса Рәсәй чемпионаты
Ир-егеттәр араһында волейбол буйынса Рәсәй чемпионаты (рус. Чемпионат России по волейболу среди мужских команд) — Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы тарафынан йыл һайын үткәрелгән ойошторолған волейбол клубтары ярышы. 1992 йылдан алып үткәрелә.
Тарихы
Волейбол буйынса беренсе Рәсәй чемпионаты бик ҡыҫҡа ваҡытта — 1992 йылдың 20 мартынан 27-һенә тиклем ЦСКА универсаль спорт залында үтә. БДБ асыҡ чемпионатында көс һынашҡан Рәсәйҙең ете клубы киләһе миҙгелдә Европа кубогында ҡатнашасаҡ дүрт команданы асыҡлау маҡсатында бер турҙан торған турнир үткәрә[1].
1992/1993 йылдар миҙгелендә тәүге тулы масштаблы Рәсәй чемпионаты уҙғарыла, унда юғары лиганың 12 командаһы миҙалдар өсөн көрәшә, шулай уҡ беренсе һәм икенсе лига командалары араһында ярыштар үткәрелә. Артабан турнир системаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. 1995/96 йылдар миҙгеленән Рәсәйҙең иң көслө 8 клубы Суперлигаға берләшә, дивизиондарҙың дөйөм һаны дүрткә тиклем арттырыла. Шул миҙгелдән алып Суперлигала алтын һәм бронза миҙалдар өсөн суперфинал сериялары даими үткәрелә.
Етенсе һәм һигеҙенсе Рәсәй чемпионаттарында «А» суперлигаһы тип аталған элиталы дивизионда ни бары алты клуб уйнай, сөнки илдә юғары кимәлдәге уйынсылар етешмәй — Рәсәй волейболсыларының күбеһе сит ил лигаларында сығыш яһай, ә сит ил кешеләрен саҡырыу осраҡтары һирәк була. Шуға ҡарамаҫтан 1999/2000 йылдар миҙгеленән алып Суперлигала 12 командаға ҡатнаша һәм шул ваҡыттан алып был һан кәмемәй.
Тәүге ике Рәсәй чемпионатында Санкт-Петербургтан «Автомобилист» командаһы еңеүсе була, ә 1994—1996 йылдарҙа алтынды ЦСКА волейболсылары яулай. Артабан Рәсәйҙә төп ролдәрҙе провинция клубтары үҙ ҡулына ала: суперфинал серияһында чемпион титулы өсөн «Белогорье-Динамо» һәм «УЭМ-Изумруд» дүрт йыл рәттән көрәшә. XXI быуат башында Мәскәү коллективтары үҙҙәрен яңынан белдерә: Мәскәү дәүләт техник университетының «Лужники» 2000/2001 йылдар миҙгелендә алтын яулай, киләһе йылда тергеҙелгән «Динамо» бронза яулай.
Был ваҡытҡа илдәге иң көслө волейболсылар Рәсәйгә сит илдәрҙән әүҙем ҡайта башлай, өҫтәүенә клубтарға үҙ командаларына юғары класлы сит ил уйынсыларын саҡырыу мөмкинлеге бирелә.
2011/12 йылдар миҙгеленән башлап[2] өс чемпионат, Украинаның (Харьков "Локомотив"ы) һәм Белоруссиның (Минскиҙың «Төҙөүсе» һәм Солигорскиҙың "Шахтёр"ы) вәкилдәре ҡатнашҡанға, асыҡ статусына эйә була. 2013/14 йылдар миҙгелендә Харьков «Локомотивы» Украиналағы сәйәси хәл арҡаһында алдағы этапта турнирҙан сыға[3]. 2013 йылдың майында клуб вәкилдәре кәңәшмәһендә турнир регламентына суперлига чемпионатының бөтә матчтарында һәм трибуналар һыйҙырышлылығы 3000 тамашасынан кәм булмаған спорт һарайҙарында плей-офф уйындарын үткәргәндә видеоҡабатлау системаһын мотлаҡ ҡулланыу тураһында өҫтәмәләр ҡабул ителә[4].
2020 йылда ил чемпионаты COVID-19 коронавирусы таралыу сәбәпле ваҡытынан алда тамамлана. Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы ҡарары менән ил чемпионы даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә, унда тарихта тәүге тапҡыр Новосибирскҙың «Локомотивы» еңеү яулай[5].
Клубтар
- АСК (Түбәнге Новгород)
- Белогорье (Белгород)
- Газпром-Югра (Сорғот)
- Динамо (Мәскәү)
- Динамо-ЛО (Ленинград өлкәһе, Сосновый Бор)
- Енисей (Красноярск)
- Зенит (Ҡазан)
- Зенит (Санкт-Петербург)
- Кузбасс (Кемерово)
- Локомотив (Новосибирск)
- Нефтяник (Ырымбург)
- Нова (Новокуйбышевск)
- Урал (Өфө)
- Факел-Ямал (Яңы Уренгой)
- МГТУ (Мәскәү)
Призёрҙар
Миҙал таблицаһы
| Клуб | Алтын | Көмөш | Бронза |
|---|---|---|---|
| «Зенит» (Ҡазан) | |||
| «Белогорье» (Белгород) | |||
| «Динамо» (Мәскәү) | |||
| ЦСКА (Мәскәү) | |||
| «Автомобилист» (Санкт-Петербург) | |||
| «Локомотив-Изумруд» (Екатеринбург) | |||
| «Локомотив» (Новосибирск) | |||
| МГТУ (Мәскәү) | |||
| «Кузбасс» (Кемерово) | |||
| «Искра» (Мәскәү өлкәһе, Одинцово) | |||
| «Зенит» (Санкт-Петербург) | |||
| «Урал» (Өфө) | |||
| «Югра-Самотлор» (Нижневартовск) | |||
| «Факел» (Яңы Уренгой) |
Аренаһы
«Динамо» спорт комплексы (һыйҙырышлығы — 1500 кеше).
Адресы: Өфө, Карл Маркс урамы, 2.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Четверть века финишу первого мужского чемпионата России. Всероссийская федерация волейбола (27 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2017.
- ↑ Станислав Шевченко: «С Украиной и Белоруссией договорились. На очереди — Казахстан». «Спорт-Экспресс» (20 май 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2011. Архивировано из оригинала 25 май 2011 года.
- ↑ Открытое письмо харьковского волейбольного клуба «Локомотив». Официальный сайт ВК «Локомотив» Харьков (3 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: март 2014. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
- ↑ Финалов в «шкатулках» больше не будет. «Спорт-Экспресс» (24 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: октябрь 2013.
- ↑ Коронованы вирусом: «Локомотив» и «Динамо-Казань» признаны чемпионами России по итогам регулярки. «Бизнес Online» (28 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2020-3-28.
Әҙәбиәт
Чемпионат России. Мужчины // Волейбольный гид 2018—19 / Сост. В. Стецко, И. Трисвятский. — М., 2018. — С. 6—118.